+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
29 Сентябрь 2017, 12:27

Котелок, рюкзак, палатка

Ысын турист ауыр рюкзактан, поход көнкүрешенән, кеҫә телефоны һәм башҡа төрлө уңайлыҡтар булмауынан ҡурҡмай, сөнки алда уны ауыр булһа ла ҡыҙыҡлы маршрут, яңы асыштар, төнгө усаҡ һәм саф һауалағы тәмле йоҡо көтә. Бына шуның менән туризм үҙенә йәлеп итә лә.

- Һөнәремде, балаларҙы, походтарҙы, тәбиғәтте яратам, - тип башланы һүҙен район балалар- үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялары станцияһының өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Алёна Григорьевна Прокудина.

2001 йылда Салауат педагогия колледжын тамамлағандан һуң, ул Алёшкин һәм Гавриловка ауылдарында башланғыс мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 2003 йылдан бирле турстанцияла эшләй, түңәрәктәр алып бара.

- Балаларҙы походҡа йөрөтөргә яратам. Ауыр шарттарҙа йәшәргә, төрлө экстремаль хәлдәрҙән сығыу юлдарын табырға өйрәтәм. Өс төркөмдә төрлө йәштәге балалар менән туризм-крайҙы өйрәнеү түңәрәге алып барам. 8-15 йәшлек балалар занятиеларға ҙур теләк менән йөрөй, - ти Алёна Григорьевна.

Әңгәмәбеҙ аҙағында ул коллегаларын Бөтә донъя туристар көнө менән ҡотланы һәм яңы асыштар, ҡыҙыҡлы маршруттар һәм рюкзак тулы бәхет, ә башҡаларҙың походҡа сығыуҙарын, ялдың нимә булыуын онотмауҙарын теләне.

Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Автор фотоһы.

Читайте нас: