+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
6 Октябрь 2017, 12:23

Ғаиләлә татыулыҡ булыуы яҡшы

-Ауыл бөтһә лә, бында йәшәргә ҡаласаҡбыҙ, бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмаясаҡбыҙ. Ҡалала нимә эшләргә мөмкин? Ә бында - үҙ ихатаң, хужалығың, кистәрен йондоҙҙарға ҡарап һоҡланам, -ти Юлдаш ауылынан Рәзилә Атйетәрова.

Үҙ еренә тоғро булған кешеләр менән аралашҡас, күңел ҡыуана- уларҙың иңендә ауыл тора, шулар арҡаһында ул йәшәп килә лә инде.
Ирле-ҡатынлы икеһе лә ошонда тыуып үҫкән, ныҡлы ғаилә ҡорған. Бына инде 20 йыл иңгә- иң терәп, бер- береһен күҙ ҡарашынан аңлап, тормош көтәләр.
Рәзилә менән Минебулат 1995 йылда өйләнешкәндәр. Ул тракторсы-водитель, ҡатыны- ашнаҡсы-кондитер. Тәүҙә ир “Урал” колхозында эшләгән, шунан ҡайҙа мөмкин, шунда аҡса тапҡан. Ҡатын бер йыл мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгәндән һуң, хужабикә булып киткән. Тырыш йәштәр проблемалар алдында ҡаушап ҡалмаған, барыһын да үҙ көстәре менән тапҡан. Йыйған аҡсаға иҫке йорт һатып алғандар һәм уны капиталь ремонтлағандар. Хәҙер был бөтә уңайлыҡтары булған иркен йорт.
Читайте нас: