+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
13 Октябрь 2017, 11:35

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте

-Юлда барғанда үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен күреүе күңелгә рәхәт. Был хаҡта йылы һүҙҙәр әйтелһә, икеләтә шатлыҡлы. Юл хеҙмәткәренең хеҙмәте бер ҡасан да иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Нисә километр юлдар ремонтланған, яңылары төҙөлгән.

Рейсҡа сығырға әҙер.
Рейсҡа сығырға әҙер.
-Юлда барғанда үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен күреүе күңелгә рәхәт. Был хаҡта йылы һүҙҙәр әйтелһә, икеләтә шатлыҡлы. Юл хеҙмәткәренең хеҙмәте бер ҡасан да иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Нисә километр юлдар ремонтланған, яңылары төҙөлгән. Ошо эштәрҙе башҡарғанда күпме юл үтелгән...,- ти юл төҙөү-ремонтлау идаралығының КамАЗ водителе Кузнецов Григорий Сергеевич.- Юл төҙөү участкаһында 1990 йылдан бирле эшләйем. Эшемде яратам, шөғөлөм күңелемә оҡшай.

Беҙ уны асфальт-бетон заводында сираттағы рейсы ваҡытында осраттыҡ.

- Стәрлетамаҡ һөнәрселек училищеһын водитель - автослесарь белгеслеге буйынса тамамлағандан бирле 27 йыл инде водитель булып эшләйем. Һәр ваҡыт юлдамын. Арыған саҡтар ҙа булғылай, әммә балыҡҡа барырға ла ваҡыт табам, - тине ул.

Ғаилә тураһындағы һорауға былай тип яуап бирҙе:

- Өлкән улым армияла, икенсеһе Өфөлә уҡып йөрөй, ҡыҙым беренсе синыфҡа барҙы.

Юл хеҙмәте начальнигы И. Ниғмәтуллин да Г.С. Кузнецовҡа ыңғай ҡылыҡһырлама бирҙе:

-Яуаплы, дисциплиналы водитель. Беҙ уны тик ыңғай яҡтан ғына беләбеҙ. Бурыстарын намыҫлы башҡара.

Етәксе хеҙмәткәрҙәре хаҡында шундай һүҙ әйтә алғас, бик мәслихәт, әлбиттә. Беҙҙең ҡарашҡа, Юл тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан был ҙур бүләк тә. Бөтә юл хеҙмәткәрҙәренә сәләмәтлек, уңыштар һәм яңы, аҡ юлдар теләйбеҙ.


Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: