0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
24 Октябрь 2017, 16:28

Беҙгә “Нур” килә

Райондың сәнғәт һөйөүселәренә тиҙҙән Өфө “Нур” татар дәүләт театрының гастролдәре менән беҙгә киләсәген хәбәр итергә ашығабыҙ.

Райондың сәнғәт һөйөүселәренә тиҙҙән Өфө “Нур” татар дәүләт театрының гастролдәре менән беҙгә киләсәген хәбәр итергә ашығабыҙ.

8 ноябрҙә район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә ҡунаҡтар ике спектакль күрһәтәсәк. Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең иғтибарға БР-ның атҡаҙанған артисы, республиканың һәр ҡала һәм районында хөрмәт итеүселәре күп булған ошо театрҙың әйҙәүсе артистарының береһе, яҡташыбыҙ Мәхмүт Фатихов менән әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

-Мәхмүт Мөҙәрис улы, һеҙ районыбыҙҙың Балыҡлыбаш ауылында тыуғанһығыҙ. Үҙегеҙ тураһында һөйләп китмәҫһегеҙме?

-Эйе, мин Балыҡлыбаш ауылында Фатиховтарҙың күп балалы ғаиләһендә тыуғанмын. Ҡораласыҡ урта мәктәбен тамамланым. Совет армияһы сафында хеҙмәт иттем. Хеҙмәт юлымды Ҡораласыҡ мәктәбендә башланым. Әммә сәнғәтте үҙ итеүем мине Ҡаҙан ҡалаһына алып китте. Унда актерлыҡҡа уҡып сыҡтым. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң Ырымбур дәүләт татар драма театрында эшләй башланым, шунан мине Өфө дәүләт татар “Нур” театрына саҡырҙылар. Театрыбыҙ былтыр 25 йыллығын билдәләне.

- 25 йыл дауамында һеҙ ошо театрға тоғро булып ҡалғанһығыҙ. Яҡындарығыҙ нимә менән шөғөлләнә, ҡыҙығыҙ ниндәй юл һайланы?

-Ҡатыным “Өмет” татар йәштәр гәзите журналисы. Ҡыҙыма театрҙа эшләү оҡшаны.

-Дүрт йыл элек “Нур” театрының Фёдоровкаға Данил Сәлиховтың “Ҡатын түгел- аждаһа” һәм Хәбибулла Ибраһимовтың “Еҙнәкәй” ике музыкаль комедияһы менән килгәнегеҙ әле булһа хәтерҙә. Ул саҡта федоровкалар һеҙҙе бик йылы, тулы зал менән ҡаршыланы. Был юлы ниндәй тамашалар менән ҡыуандырырға уйлайһығыҙ?

-2013 йылда яҡташтарыма ике йылға бер мотлаҡ килергә вәғәҙә иткәйнем. Һабантуйҙа федоровкалар миңә был турала иҫкә төшөрҙө һәм театрыбыҙ артистарының килеүен түҙемһеҙләнеп көтөүен әйтте. Был юлы ололарға Шәриф Камалдың “Хажи әфәнде өйләнә” музыкаль комедияһын күрһәтәбеҙ. Был тамаша өфөләргә бик оҡшаны. Шуға ла мин уны һайланым, яҡташтарыма күрһәтергә булдыҡ. Ваҡиға революцияға тиклемге заманда бара. Уртаса сауҙагәр Юныс-хажи йәш ҡыҙға өйләнергә була. Уны өлкән йәштә булыуы ла, кәләш өсөн ҙур ҡалым һоралыуы ла ҡурҡытмай. Әммә дәртле ир үҙенең хәйләһенә тарып, йәш артистар ҡорған тоҙаҡҡа эләгә.

Балаларға Динана Ғиләжеваның “Шаян йорт эйәһе” әкиәт тамашаһын күрһәтәсәкбеҙ. Ул рус телендә. Мауыҡтырғыс әкиәт сюжеты бәхеттең тик тырышлыҡ менән генә килеүен бәйән итәсәк.

-Сер булмаһа, ниндәй артистар ҡатнашасаҡ?

-Сер түгел. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираева, БР атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев, шулай уҡ театрҙың башҡа талантлы, танылған сәхнә оҫталары ҡатнашасаҡ. Егермеләп актер уйнаясаҡ, тамашасыларҙы ғәҙәти булмаған декорация көтә.

-Районыбыҙҙа төрлө милләт халҡы йәшәй. Уларға синхронлы тәржемә буласаҡмы?

-Әлбиттә, теләге булған һәр кем махсус радио-ҡолаҡсалар менән тәьмин ителәсәк. Шуға күрә бөтәһен дә тамашабыҙға көтөп ҡалабыҙ. Актерҙарыбыҙ менән йәнле аралашыуҙан ситтә ҡалмағыҙ, бындай мөмкинлек гел булмай бит.

-Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Мәхмүт Мөҙәрис улы. Фёдоровкалар Өфө ҡунаҡтарын йылы ҡаршы алыр, тип өмөт итәбеҙ.

Зилә ФӘЙЗУЛЛИНА әңгәмәләште.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: