Үҙенең буласаҡ ҡатынын Вахит Минеғәли улы Әминев (Бала Сытырман ауылы) боронғо йола буйынса урлап алып ҡайтҡан. Йылдар үткәс, Флүрә Минияр ҡыҙы был көндө йылмайып иҫкә ала.
Был ғаилә парын ауылдаштары ябай, эшһөйәр кешеләр тип белә. Үҫмер сағынан пенсияға сыҡҡансы Вахит Әминев “Пугачев” совхозында эшләгән. Ете синыфты тамамлағандан һуң сөгөлдөрсө булып эшләй башлаған, кистәрен мәктәптә механизаторлыҡҡа белем алған. Бер нисә йыл сәсеүҙә, ураҡта, ер һөрөүҙә ҡатнашҡан. Ышаныслы, яуаплы йәш кешене етәкселек ул заманда ҡышын 80-дән ашыу кеше эшләгән һәм малдар ҙа күп булған совхоздың һөтсөлөк фермаһы мөдире итеп тәғәйенләгән, артабан келәт мөдире итеп ҡуйған.
Флүрә Минияр ҡыҙы Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуып үҫкән. Вахит Минеғәли улы унда йәшәгән апаһына йыш ҡунаҡҡа йөрөгән. Оялсан, сибәр ҡыҙ бер күреүҙән егеттең күңеленә хуш килгән. Икеһе лә бер-береһенән башҡа тормош-тарын күҙ алдына килтерә алмай башлағас, егет ҡыҙҙы үҙенең тыуған яғына алып ҡатйҡан. Никахтарын 1967 йылдың 26 сентябрендә теркәгәндәр.
Вахиттың ағаһы йәштәргә йәшәргә бәләкәй генә өй биргән. Шунан туғандары ярҙамында ғаилә башлығы бер-бер артлы тыуған улдары өсөн иркен, ыңғай йорт һалған. Флүрә Минияр ҡыҙы балаларын, ирен яратып тәрбиәләгән, өйҙә тәртип һәм таҙалыҡ булдырған, һәр саҡ һәйбәт хужабикә булған. Өҫтәүенә, оҙаҡ йылдар совхозда эшләгән. Ире һымаҡ ошо хужалыҡтан хаҡлы ялға киткән. Әле ул ислам диненең бөтә ҡанундарын үтәй.
Яҡшы тәрбиә арҡаһында Әминевтарҙың улдары намыҫлы кешеләр булып үҫкән. Бының өсөн ата-әсәһенә сикһеҙ рәхмәтлеләр. Өлкән улдары Азат “Азат” йәмғиәтендә бухгалтер булып эшләй, икенсе улдары Илшат, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған. Ғаиләһен лайыҡлы тормош менән тәьмин итеү өсөн улдары Фәнис Себергә эшкә йөрөй. Флүздәре Күмертау ҡалаһында йәшәй, вертолет заводында эшләй. Тормош юлын үтеү өсөн үҙҙәре һымаҡ лайыҡлы ғүмер юлдаштары тапҡандар, улары ҡайны-ҡәйнәләренә ихтирамлы ҡарашта, балалар тәрбиәләйҙәр, оҫта итеп хужалыҡ алып баралар, сәнәғәттә эшләйҙәр. Вахит Минеғәли улы менән Флүрә Минияр ҡыҙы- ейән-ейәнсәргә бай олатай менән өләсәй. Уларҙың биш ейәне, бер ейәнсәре бар.
50 йыл татыу ғүмер кисергән дәүерҙә улар бер-береһенә булған йылы хистәрен, ихтирамдарын юғалтмағандар. Әле лә уларҙың татыу ғаиләһендә йылылыҡ хисе, мөхәббәт хөкөм һөрә. Балалары ата-әсәһе өсөн өҙөлөп тора. Йыш ҡайтып йөрөйҙәр, ярҙам итәләр. Быйылғы юбилей йылдарында ла иғтибарһыҙ ҡалдырмағандар.
Улдары, килендәре, ейәндәре һәм ейәнсәрҙәре Вахит Минеғәли улы менән Флүрә Минияр ҡыҙын 50 йыл татыу ғүмер кисереүҙәре уңайынан ихлас ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер һәм именлек, тағы ла оҙаҡ йылдар бер-береһен аңлап, татыу йәшәүҙәрен теләйҙәр.