+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
31 Октябрь 2017, 17:15

Исеме есеменә тап килә

Шәхси эшҡыуарҙар гел эш менән мәшғүл, һәр саҡ хәрәкәттә, ниндәйҙер яңылыҡ эҙләү өҫтөндә. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр саҡ юлда. Әңгәмәләшсебеҙ Виктор Федорович Блинников та шундай, төнгө сменанан һуң сираттағы тауар партияһы менән юлға сығыр алдынан ғына һөйләшергә ваҡыт тапты.

-Виктор Фёдорович, ошо тиклем май бер смена эсендә эшләндеме?- тип һорайым биш, өс, бер литр ярымлыҡ май тултырылған шешәләргә күрһәтеп.

-Юҡ та инде. Май һығыу станогының тәүлеклек етештереүсәнлеге 1,5 тонна тәшкил итә. Ә бында бер заказ партияһы- ярты тоннанан әҙ генә күберәк. Был ҡеүәтле май һыҡҡысты Украинан 2010 йылда яҙҙырып алдым. Цехты 2011 йылда эшләтеп ебәрҙем.

-Производство өсөн сеймалды һатып алаһығыҙмы, әллә үҙегеҙ үҫтерәһегеҙме?

-Эйе, сеймал- көнбағышты һатып алам. Бер йыллыҡ запас һыйышлы ике келәтем бар. Шулай эшләйем дә. Игенселек менән шөғөлләнмәйем.

-Район хужалыҡтары май һығырға заказ бирәме?

-Был уртаҡҡа эшкәртелеүсе сеймал тип атала, йәғни, заказ биреүсе һыҡҡас майҙы ла, түпрәһен дә, эш өсөн түләп, алып китә. Мәҫәлән, “Искра” йәмғиәте, М.В. Фрунзе ис. кооператив кеүек урындағы хужалыҡтар менән шулай эшләйбеҙ.

Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: