+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡунаҡтарҙы пар аҡҡоштар ҡаршы ала

Ирле-ҡатынлы Бикҡоловтар ҡоймаларын бик матур итеп һәм ғәҙәти булмағанса биҙәгән. Улар Фёдоровка ауылы Клара Цеткин урамында йәшәй.

Ирле-ҡатынлы Бикҡоловтар ҡоймаларын бик матур итеп һәм ғәҙәти булмағанса биҙәгән. Улар Фёдоровка ауылы Клара Цеткин урамында йәшәй.

Ихаталарын шулай биҙәү идеяһы ҡатыны Елизавта Трофимовнаға килгән. Ире Николай Ҡиәметдин улы ҡатынына ярҙам иткән, шешә бөкөләрен ҡаҡҡан, төҫтәре буйынса айырған.

Бындай ҡыҙыҡлы техниканы һайлаған рәссамдарға материалды табыуы еңел булмаған. Уларҙы дуҫтары, туғандары һәм күршеләре бергәләшеп йыйған. Был хобби ысынбарлыҡта еңел түгел икән. Бөкөләрҙе йыуырға, төҫтәре буйынса айырырға, рәсемен тура килтерергә, уйланғанды бойомға ашырырға кәрәк булған. Был шөғөл ваҡытты күп алһа ла, әҙер мозаиканан ирле-ҡатынлы Бикҡоловтар бик ҡәнәғәт ҡалған.

Күпмелер ваҡыттан һуң Бикҡоловтарға килгән кешеләрҙе пар аҡҡоштар ҡаршылай башлаған.

-Был батша менән батшабикә, баштарында таждары бар,- тип күрһәтте беҙгә Николай Ҡиәметдин улы.- Эргәләрендә беҙҙең тоғро этебеҙ һаҡта тора.

Бына ошо матурлыҡты ирле-ҡатынлы һис юҡтан, фантазиялары һәм тырышлыҡтары арҡаһында үҙ ҡулдары менән эшләгән. Бик шәп килеп сыҡҡан.

Киләсәктә бындай эштәре күп булыр әле, тип ышынабыҙ.
Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.
Фәнис АҠСУРИН
фотоһы.


Читайте нас: