-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үрнәкле хеҙмәт

Батыр ауылы мәктәбенең ашханаһында беҙ төштән һуң барғанда бер кеше лә юҡ ине, бөтә ерҙә бөхтәлек, таҙалыҡ. Аш-һыу бүлмәһендә киләһе көнгә аҙыҡ-түлек әҙерләү процесы бара. Ашнаҡсының өҫтөндә таҙа, аҡ халат, башында шундай уҡ ап-аҡ ҡалпаҡ, өҫтәлендә-тәртип.

Бындай таҙалыҡтың ҡайҙан булыуын һуңынан белдем.
Баҡһаң, мәктәп ашханаһы ашнаҡсыһы Мәүсилә Байдәүләтова элек медик булған. Өфөнөң 1-се медучилищеһын тамамлаған. 1981 йылдан 1990 йылға тиклем Батыр ауылында белгеслеге буйынса эшләгән. Һуңыраҡ Салауат балалар поликлиникаһында шәфҡәт туташы булған. Шунан тыуған ауылына ҡайтҡан һәм ашнаҡсылар курстарында уҡып ҡайтҡас, 16 йыл инде балаларға аш бешерә.
-Уның һымаҡ итәғәтле, башҡарыусан кешеләр һирәк осрай. Ул эшенә яуаплы ҡарашта, туҡланыу буйынса отчеттарҙы грамоталы, иң мөһиме - ваҡытында тапшырып бара. Уға ҡарата бер ниндәй ҙә дәғүә юҡ. Мәүсилә Сәйҙәш ҡыҙы әсә һәм ябай кеше булараҡ та күптәргә өлгө булып тора. Мин шулай уйлайым, -ти мәктәп директоры Эльза Мирғәли ҡыҙы Аҡсурина уның хаҡында.
Читайте нас: