Донъяла ҡатын-ҡыҙ өсөн балаһын хәстәрләү, уның көндән-көн үҫеүен күреү, шатлыҡтарына ҡыуаныу - иң ҙур бәхет. Балаңдың “Әсәй!” тип һинең ҡосағыңа һырылыуынан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр.
Фёдоровкала йәшәүсе Дәүләтшиндарҙың өйөндә булғанда беҙ кескәй Гөлназдың биләү өҫтәлендә тыныс ҡына, әсәһенең ҡул йылыһына наҙланып ятыуына шаһит булдыҡ. Бәхетле булыуы йәш ҡатындың йөҙөнә сыҡҡан. Ошо ҡағылыуҙан улар икеһе лә ҙур ҡәнәғәтлек кисерә.
Диана менән Мараттың ике кескәй балаһы бар. Өлкәндәре Әлиә балалар баҡсаһына йөрөй. Ул теремек, аралашыусан, үҙ аллы бала, һеңлеһе янында үҙен ололарса тота. Уның менән һөйләшергә, уны күҙәтергә ярата. Өс йәшлек ҡыҙ һеңлеһенән көнләшмәй. Гөлназ үҙенә ҙур иғтибар йәлеп итә. Әле уға өс ай. Тирә-йүндәгеләргә ул йылмайып ҡарай.
Тәжрибәле әсә булараҡ, Диана кескәйҙәрҙе ҡарау серҙәрен яҡшы белә. Уның нимәнән ҡәнәғәт булмауын, уға әсә һөтөнөң файҙалы булыуын да белә. Массаж, һыу ҡойондороу, саф һауала йөрөү һ.б. бәләкәстең тормошонда мотлаҡ шарттар. Баланың бүлмәһен, бөтә өй эсен хужабикә таҙалыҡта һәм тәртиптә тота, даими елләтә һәм йыуып тора. Ике ҡыҙына ла иғтибар бирергә тырыша. Бала һөйөүгә һәм наҙға туйынып үҫергә тейеш, сөнки ул үҙенә мөнәсәбәтте, ололарҙың кәйефен ныҡ һиҙә. Әсәнең кәйефе күкрәк балаһына айырыуса күсә.
Декрет ялы- бала менән генә булышыу түгел, йыйыштырыу, йыуыу, ашарға әҙерләү һәм башҡа мәшәҡәттәр ҙә. Диана барыһын да ваҡытында эшләп өлгөрә. Яратҡан ире лә ярҙамынан ҡалдырмай. Йәш ғаиләлә мөхәббәт һәм бер-береһен аңлашыу хөкөм һөрә. Кескәй Әлиә менән Гөлназ ата-әсәһенең тормошон биҙәй.