Әсәй. Һәр телдә лә был һүҙҙән йылылыҡ, сағыулыҡ, тылсым бөркөлә. Был һүҙ үҙ эсенә хәстәрлек, наҙлылыҡ кеүек сифаттарҙы һыйҙырған. Бөгөн шундай һыҙатлы кешеләрҙең береһе тураһында һәйләмәксебеҙ.
Дедово ауылы ситендә ҙур булмаған, әммә төҙөкләндерелгән, матур йортта йәшәй Наумовтар. Өй эсендә бөхтәлек, таҙалыҡ, шуға ла күңел асып әңгәмәләшергә лә була. Бында Елена Николаевна биш балаһы менән йәшәй.
Ҡатын Новотроицк ауылында тыуған. Белгеслеге буйынса машина төҙөү технологы, Салауат ҡалаһының 72-се һөнәри лицейында белем алған, әммә сусҡа фермаһында, урындағы колхозда быҙау ҡараусы, мәктәптә вахтер булып эшләргә тура килгән. Әле ауылда эш булмағанлыҡтан, ул өйҙә, балаларын ҡарай.
Йортонда ла мәшәҡәттәре байтаҡ. Аш-һыу бүлмәһендә ҙур мейескә иғтибар иттек, уға көнөнә бер нисә мәртәбә утын яғып йылытырға кәрәк. Хужабикәләрҙең күбеһе мейес яғып донъя көтөүен онотоп та баралыр. Аҙбарҙа ла эштәр етерлек- сусҡаларын, танаһын ҡарарға кәрәк. “Ике йыл элек атым да бар ине, әммә уны мотоблокҡа алмаштырырға тура килде, ул бит ашарға һорамай”,- тип йылмая хужабикә.
Ғаилә башлығы Михаил Николаевич ғаилә терәге булған, бер ҡасан да эшһеҙ ултырмаған. Ғаиләһен тәьмин итеү өсөн Салауат, Мәскәү ҡалаларына аҡса эшләргә йөрөгән. Стәрлетамаҡта ТЭЦ-та эске эштәрҙе башҡарған.
Әммә өс йыл элек был ғаиләгә ҡайғы килгән. Ул вафат булған. Был юғалтыуҙың әселеген туғандары, яҡындары еңергә булышҡан, әммә балалары- әсәләре өсөн, әсәләре балалары өсөн ныҡлы терәк булған.
Ғаиләләренең тәүге ҡыуаныстары 1996 йылдың ғинуарында тыуған. Елена Николаевна был мәлде һағынып иҫкә ала. Шул саҡта уның күп балалы әсә булғыһы килгән дә инде. Әсәһенең дә, ҡәйнәһенең дә ғаиләләре ишле булған, ағай-апайҙарының йортонда ла бала тауышы яңғырап торған.
Бөгөн “Әсәлек даны” миҙалына эйә булған ҡатын (2011 йылда алған) балалары менән ғорурлана ала. Оло ҡыҙы Кристина Күмертау педагогика колледжын тамамлаған, мәктәпкәсә белем биреү педагогы. Әле Ырымбурҙа йәшәй һәм белгеслеге буйынса эшләй. Әсәһе янына ике аҙнаға бер ҡайтып, ярҙам итеп китә.
Уртансы улдары Ан-дрей – Салауат механик-төҙөлөш техникумында иретеп- йәбештереүсегә, Костя- Ишембай нефть колледжында торба һалыусыға уҡыйҙар. Ял көндәре етеү менән өйҙәренә, яратҡан әсәләре эргәһенә ашығалар, уға ир ҡулынан башҡа хужалыҡта ауыр булыуын яҡшы аңлайҙар. Кескәйҙәре Ксения-туғыҙынсы, Егор икенсе синыфта уҡыйҙар, әсәләрен яҡшы уҡыуҙары менән ҡыуандыралар.
Байрам алдынан Елена Николаевна бөтә әсәләрҙе лә байрам менән ҡотланы. “Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек һәм түҙемлек теләйем. Әсәй хеҙмәте- фиҙаҡәр һәм ауыр, әммә үҙеңә ярҙам һорап баҡҡан күҙҙәрҙе күреү менән барыһы ла онотола. Хоҙай Тәғәлә күп балалы булырға насип әйләһен, сөнки был шундай ҙур бәхет”,- тине ул.
Беҙ ҙә Елена Николаевнаны ихлас ҡотлайбыҙ һәм муллыҡта, ғаилә шатлығына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Балаларының һөйөүе, изгелеге тормош юлынан атларға ярҙам итһен.