-Ауыл табибыбы- Зилә- үҙ эшенең оҫтаһы,- тине пациенттарының береһе, пенсионер Гөлнур Әлимғужина беҙҙең Батыр ауылы ФАП-ы фельдшеры Зилә Минияр ҡыҙы хаҡында яҙырға килеүебеҙҙе белгәс.- Ҡарай, ҡан баҫымын тикшерә, нисек дөрөҫ туҡланырға кәрәклеген әйтә. Ауырыу янына төн, көн тип тормай, ҡар яуғанда, ямғыр ҡойғанда ла ашыға. Бик изгелекле, иғтибарлы һәм ярҙамсыл.
Ошо ҡылыҡһырлама кешенең тормошонда үҙ юлын табыуын аңлатмаймы ни?
Ышаныслы медицина хеҙмәткәре ауылда иң мөһим, иң кәрәк кеше, ул кешеләр һаулығы, хатта, ғүмере өсөн яуап бирә. Зилә Минияр ҡыҙы ФАП-ҡа килгәндәрҙе ҡабул итә, йәш әсәйҙәрҙе ҡарай, ашығыс ярҙам күрһәтә һәм табиптың ҡушҡан дауалау сараларын үтәй, ауырыуҙарҙың өйөнә бара, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалай. Быны битараф күңелле эшләй алмай, сөнки эш көнө һигеҙ сәғәттән генә тормай. Ауырыуҙарҙы ҡабул иткәндә ул иғтибар менән тыңлай, шунан кәрәкле дауалау билдәләй, был уға еңел булмаған эшендә универсаль белгес булыу бурысын ҡуя.
Зилә Минияр ҡыҙы Әтәс ауылында тыуып үҫкән. Ауылдағы мәктәп һигеҙ йыллыҡ булыу сәбәпле, артабан Динес мәктәбендә уҡырға тура килгән. 1982 йылда Салауат медучилищеһының шәфҡәт туташтары әҙерләү факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Фёдоровка үҙәк дауаханаһында башлап ебәргән, практиканы ла шунда үткән. 1986 йылда Батыр ауылы егетенә кейәүгә сыҡҡан һәм 1988 йылдан бирле ауыл ФАП-ы мөдире булып тора (тиҙҙән 30 йыл була!) Һәр пациент дауалауҙы ваҡытында алһын өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Әле уның ҡарамағында 401 кеше тора, көнөнә ул- 15, ҡайһы берҙә 20-ләп ауырыуҙы ҡарай.
-Ауылдағы һәр кешенең сәләмәтлеген, организмы нисек эшләүен беләм, һымаҡ. Уларға шәхси ҡарашта булырға тырышам. Балалар йылдан йыл әҙәйә. Ауыл ҡартая, ҡартлыҡ булған ерҙә ауырыуҙар ҙа арта бит. Ауылда бер-береһенә ярҙам итеп, яҡшы, изге кешеләр йәшәй. Улар ауырымаһын, тиҙерәк һауыҡһын, тип тырышам,- ти ауыл табибы.
Ауылда медик бөтә нимәне белергә тейеш. Сөнки район үҙәгенән педиатр менән терпевт айына бер килә, ҡалған ваҡытта кемгә ул ниндәй медицина ярҙамы кәрәклеген үҙе хәл итә.
Эшләгән дәүерендә ул намыҫлылығы, ауырыуҙарға йылы ҡарашы менән ауыл халҡының ихтирамын яулаған. Уның хеҙмәте күп Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған. Ул 1985, 1986 йылдарҙың коммунистик хеҙмәт геройы, “Башҡортостан Республикаһының сәләмәтлекте һаҡлау системаһы отличнигы” исеменә лайыҡ булған.
Мәҡәләм геройы тормошонан ҡәнәғәт, уның ныҡлы терәге-ғаиләһе бар. Тормош иптәше Рифат Мулллағәли улы газ ҡоролмалары слесары булып эшләй. Улдары- бәләкәйҙән һәйбәт көрәшселәр. Өлкәненең үҙ ғаиләһе бар, ике ҡыҙ үҫтерәләр. Кеселәре БДУ студенты. Әсәйҙәре ауылда үткәрелгән һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Күп йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советы составында булған, әле “Ағинәйҙәр” клубы ағзаһы.
Эшһөйәр Хәлитовтарҙың йорттары иркен, төҙөк, ихата тулы мал- тыуар, ҡош- ҡорт аҫрайҙар. Йәйен баҡсалары сәскәгә күмелеп ултыра.
Ошо көндәрҙә ауыл табибы юбилейлы тыуған көнөн билдәләйәсәк. Был ҡатын-ҡыҙҙың тормошонда иң әһәмиәтле үҙенсәлекле мәл. Әммә был мөләйем, зифа буйлы ҡатынға ҡарап уның хәстәрлекле өләсәй булыуына, медицинала 30 йылдан ашыу хеҙмәт итеүенә ышанырлыҡ түгел.
Медицина хеҙмәткәрҙәре- Ер йөҙөндәге фәрештәләр. Был бер ҙә арттырып әйтеү түгел. Ҡотҡаралар, һауыҡтыралар, ышаныс бирәләр. Зилә Минияр ҡыҙының тәжрибәһе һәм белеме кешеләрҙе дауалауҙа уға ныҡлы таяныс булһын. Балаларығыҙҙы, ейәнсәрҙәрегеҙҙе, ауылдаштарығыҙҙы ҡыуандырып, оҙон, бәхетле ғүмер итегеҙ, сөнки һеҙ уларға бик кәрәк.