+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
15 Декабрь 2017, 16:35

Ғүмер юлы үтеү еңел түгел

Атайыбыҙ Селиверстов Николай Ивановичҡа 17 декабрҙә 80 йәш тула. Йәшенә ҡарамаҫтан, ул әле булһа эшһеҙ ултырмай, бөтә ерҙә өлгөрөргә тырыша, иртән иртүк әтәстәр менән уяна, ҙур хужалығында (йорт хайуандары, ҡош-ҡорто, баҡсаһы бар) эшләй.

Атайыбыҙ Селиверстов Николай Ивановичҡа 17 декабрҙә 80 йәш тула. Йәшенә ҡарамаҫтан, ул әле булһа эшһеҙ ултырмай, бөтә ерҙә өлгөрөргә тырыша, иртән иртүк әтәстәр менән уяна, ҙур хужалығында (йорт хайуандары, ҡош-ҡорто, баҡсаһы бар) эшләй.

“Ниңә яфаланаһың, күберәк ял ит”,-тиеүебеҙгә: “Тик ятһам, мотлаҡ берәй ерем ауырта башлаясаҡ. Ә былай малдар янында йөрөһәм, бөтә ауырыуҙарым онотола”,-ти.

Атайыбыҙ Николай Иванович менән әсәйебеҙ Мира Гавриловна 60 йыл тиерлек ғүмерҙе бергә үткән. Ҡайғыһы ла, шатлығы ла уртаҡ. Алты йыл элек бөтә мәшәҡәттәр атайыбыҙҙың иңенә төштө. Уның түҙемлеге, хәстәрлеге арҡаһында әсәйебеҙ әле булһа иҫән, ҡаты айырыуына ҡарамаҫтан, атайыбыҙ уның бирешеүенә юл ҡуймай.

Хеҙмәт юлын атайыбыҙ ете йыллыҡ мәктәпте һәм Маячный ҡасабаһында тракторсылар курстарын тамамлағандан һуң машина-трактор оҫтаханаларында тракторсы ярҙамсыһы булып башлаған. Ҡатыны менән килешеп, Бәләбәй ауыл хужалығы механизация һәм электрификация техникумына ситтән тороп уҡырға ингән. Шунан производство практикаһын үтергә кәрәк булған. Алдан диплом алыу һәм ауылда эшен дауам итеү өсөн Николай Иванович КПСС Үҙәк комитетының беренсе секретары Никита Сергеевич Хрущевҡа үҙенең проблемаһы хаҡында яҙған. Тиҙ арала секретариаттан ыңғай яуап килгән. Ул имтихандарын уңышлы тапшырып, башҡаларҙан алданыраҡ диплом алған. Техникумды тамамлағандан һуң, республиканың күпселек ауылдарына электр үткәреүҙә ҡатнашҡан.

Шунан дүрт йыл тирәһе Дедово һөнәрселек училищеһында уҡытыусы булған. Артабан партия уны Калинин исемендәге колхозға (Кузьминовка ауылы) парторг итеп йүнәлткән. Ул ҡушылған эштәрҙең барыһын да ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған.

Районда “Союзпечать” менән етәкселек иткән осорҙа атайыбыҙ район халҡын баҫма алдырыуға ҡыҙыҡтыра алған, гәзит-журналдарға яҙылыусыларҙың һанын күпкә арттырған.

Тиҫтә йылдан ашыу Фёдоровка коммуналь хужалығын етәкләгән. Был тынғыһыҙ хужалыҡ ҡаҙанлыҡтарҙы, һыу үткәргестәрҙе, мунсаны һ.б. хеҙмәтләндергән. Бында ла ул Фёдоровка ауылы халҡының йәшәү шарттарын һәм көнкүрешен яҡшыртыу өсөн бөтәһен дә эшләгән.

Пенсияға сығыр алдынан “Башводмелиорация”ла эшләгән. Уның ҡатнашлығында күпселек ауылдарҙа үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү барлыҡҡа килгән, быуалар быуылған, ойошма хеҙмәткәрҙәре өсөн йорттар һалынған. Ҡайҙа ғына эшләһә лә атайыбыҙ намыҫлы хеҙмәт иткән.

Юғары производство күрһәткестәренә өлгәшкәне һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн күп төрлө наградалар, шул иҫәптән “Намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

Ләкин ата-әсәйебеҙҙең тормошонда иң мөһиме- яҡындары. Николай Иванович менән Мира Гавриловнаның өс улы, өс килене, ике ейәне, ике ейәнсәре, ике бүләһе, ике бүләсәһе бар. Тағы ла булыр әле, тип ышанабыҙ.

Өсөбөҙгә лә улар юғары белем бирҙе, күптән инде үҙ аллы йәшәйбеҙ, тыуған нигеҙҙә атай-әсәй беҙҙе һағынып көтөүен яҡшы беләбеҙ. Шул саҡта инде өй эсе шау-шыуға, балалар тауышына күмелә, ғаиләбеҙ ҙур табын артына йыйыла.

Бөтәбеҙ ҙә атайыбыҙҙы юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Көс-дәртең һүнмәһен-һүрелмәһен, шатлыҡтар артып ҡына торһон.

Бөтә яҡындары исеменән- улдары Сергей, килендәре Альбина Селиверстовтар.

(4953)
Читайте нас: