+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
15 Декабрь 2017, 16:34

Һөйлә, Әсәй...

“Бөгөн хәтерләүҙәр көнө булһын,Һөйлә, әсәй, үткәндәреңде.Йәшлегеңдә күреп, ҡарап туя алмаҫлыҡ,Бер сибәр ҡыҙ булғандарыңды”,- тип өндәшәбеҙ әлеге көндә иҫән-имен, айыҡ аҡылында, үҙ аңында, өйҙөң йәме булып, Ҡораласыҡ ауылында тыуып-үҫкән, шунда уҡ шаҡтай ғүмер кисереп, йәшәп ятҡан Ризида Ҡәйүм ҡыҙы Мөстәҡимоваға ҡыҙҙары.

“Бөгөн хәтерләүҙәр көнө булһын,

Һөйлә, әсәй, үткәндәреңде.

Йәшлегеңдә күреп, ҡарап туя алмаҫлыҡ,

Бер сибәр ҡыҙ булғандарыңды”,- тип өндәшәбеҙ әлеге көндә иҫән-имен, айыҡ аҡылында, үҙ аңында, өйҙөң йәме булып, Ҡораласыҡ ауылында тыуып-үҫкән, шунда уҡ шаҡтай ғүмер кисереп, йәшәп ятҡан Ризида Ҡәйүм ҡыҙы Мөстәҡимоваға ҡыҙҙары.

Алдындағы кәрзинендә төрлө төҫтәге йөн, мамыҡ йомғаҡтары, ҡулында һаман бәйләме. Тормошонда уның бындай йомғаҡтар күпме уралғандыр ҙа, күпме һүтелгән икән? Хәтирәләр ҙә шул йомғаҡтарҙай һүтелә, тәгәрәй...

Әсәйебеҙ 1927 йылда Ҡораласыҡ ауылының ихтирамлы уҡытыусыһы Ибраһимов Ҡәйүм ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Олатайыбыҙ Ҡәйүм Хәбибрахман улының һуғышҡа китеүен, атаһын һағынып иҫкә алыуын, бәйнә- бәйнә һөйләй әсәйебеҙ. Тик атайҙары әйләнеп ҡайтмай, һуғыш яланында ятып ҡала. Был хаҡта мәктәп музейында бик күп хәтирәләр һаҡлана.

Әсәйебеҙ 1942 йылда һигеҙенсе синыфты тамамлай. 15 йәшлек ҡыҙ районыбыҙҙың һуғыш осоронда Кузьминовка ауылында асылған балалар йортонда хеҙмәт юлын башлай. 10 синыфты ул ни бары Бөйөк Еңеүҙән һуң ғына тамамлай ала.

Ниһайәт, ҡот осҡос һуғыш тамамланып, ир-егеттәр тыуған яҡтарына берәм-берәм ҡайта башлай. Беҙҙең буласаҡ атайыбыҙ Вәлиәхмәт тә шулар араһында.

Донъялар яйланғандай итә. Йәш ғаилә үҙенсә йәшәп китә: атай иген ура, әсәй баҫыуҙа, ырҙында эшләй. Бер-бер артлы биш балалары тыуа. Уларҙы тәрбиәләүгә көстәрен йәлләмәйҙәр. Хәҙерге көндә дүртебеҙ иҫән, һәр кем донъя көтә. Әсәйебеҙҙең һигеҙ ейәне һәм һигеҙ бүләһе бар. Йәйен беҙ-балалары уның янындабыҙ. Ейәндәре менән ул ҡош-ҡорт үҫтерә, бөтә эштәренең башында ла үҙе тора.

Оло кеше өсөн аралашыу бик мөһим, шуға ла күрше-күлән, ҡайтҡан-киткән менән һөйләшеп һүҙе бөтмәй әсәйебеҙҙең. Гәзит- журналдар уҡып, яңылыҡтарҙан ситтә ҡалмай, кеҫә телефоны аша һәр саҡ бәйләнештә торабыҙ- шундай заманса инәй ул беҙҙең әсәйебеҙ.

Ветерандың тол ҡатыны булараҡ, ҡалала бирелгән фатир өсөн ул хөкүмәткә рәхмәтле. “Үҙе генә рәхәтен күрә алманы, мәрхүмкәй”,- ти атайыбыҙ хаҡында, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә өҙгөләнеп. Әле ауылда килене менән бер ҙә зарланмайынса, тормоштоң шундай булыуына шөкөр итеп, матур, сабыр ғына йәшәп ята әсәйебеҙ. Хоҙайыбыҙҙың уға иҫәнлек биреүен, ауырымайынса, оҙон-оҙаҡ ҡәҙер-хөрмәттә бик күп йылдар йәшәүен теләйбеҙ.

Әсәй! Ниндәй генә теләк теләһәк тә, ниндәй генә һүҙҙәр әйтһәк тә, һинең ерҙә ҡылған изгелектәрең, сабырлығың, беҙгә булған наҙың, кешеләргә күрһәткән ярҙамың баһалап бөткөһөҙ, икһеҙ-сикһеҙҙер. Быларҙы түләп тә, ҡайтарып та бөтөрлөк түгел. Барыһы-барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә! Ошо күркәм, 90 йәшлек юбилей көнөндә сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ, Әсәй һиңә. Ҡайғы күрмә, ҡәҙер-хөрмәттә йәшә лә, йәшә әле, Әсәй!

Ҡайтһаҡ, һөйөнөп беҙҙе ҡаршы алаһың,

Оҙатып ҡалаһың ап-аҡ юл теләп.

Йөрәк йылың, изге теләктәреңде

Һәр беребеҙгә өләшәһең бүлгеләп.

Теләктәрҙең ҡайһыһын теләһәк тә,

Аҙ булыр кеүек һинең хөрмәткә,

Аяҙ булһын мәңге күңел күгең-

Беҙ ҡалабыҙ ошо теләктә.

Ошо изге теләктәр менән ҡыҙҙарың- Тәнзилә, Гөлшат, Әлфирә, киленең Гөлиә, барыбыҙҙың да ғаиләһе, балалары исеменән- Һорғот ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙың Әлмирә.

(5028)
Читайте нас: