Һуңғы йылдарҙа күпселек ауылдарҙа таяҡ тотоп, етеҙ генә атлап йөрөүселәрҙе күрергә тура килә. Скандинав йөрөүе- үҙеңде тонуста тотоу өсөн бик яҡшы ысул. Был спорт төрөн йәш, энергияға бай кешеләр өсөн уйлап тапһалар ҙа, уның менән айырыуса өлкәндәр шөғөлләнә башланы.
Гончаровка ауылынан Фекла Семеновна Митрофанованың был спорт менән мауығыуына бер нисә йыл булып киткән.
-Кешеләрҙең таяҡҡа таянып йөрөүе хаҡында ишеткәнем бар ине. Үҙем, ғәҙәттә, сәкәнгә таянып йөрөй торғайным. Баҡһаң, Мәләүездә йәшәүсе апайым да шуның менән шөғөлләнә икән. Мин дә шулай эшләп ҡарарға булдым. Туғаным махсус таяҡтар бүләк итте. Хәҙер ҡыш һайын быуындарымды эшкә егәм, иммунитетымды нығытам, -тип һөйләй инәй.
Бындай йөрөүҙәр уның сәләмәтлегенә ысынлап та ыңғай тәьҫир итә, өҫтәүенә, кәйефен дә күтәрә.
-Иң мөһиме - таяҡтар һәм уңайлы аяҡ кейеме, өҫкө кейем бик эҫе лә, ел үтерлек тә булмаһын. Тәүге мәртәбә алыҫҡа барырға кәрәкмәй, үҙ көсөңдө тикшереп ҡарарға кәрәк. Яйлап ҡына, тигеҙ аҙымдар менән атларға,- тигән кәңәш бирә ул.
Йөрөп ингәндән һуң, ул үҙенсәлекле ритуал үткәрә икән. Өйгә ингәс, һалҡын душ инә. Шунан баллап, ҡайнатмалап, үләнле тәмле сәй эсә. Аҙаҡтан йоҡлап ала. Ул көн тәртибен дә үтәй, туҡланыуын да күҙәтә, дөрөҫ йәшәргә тырыша. Иртән гимнастика эшләй. Инәйҙең көндәлек туҡланыу рационына ит, күп йәшелсә-емеш, аштар индерелгән. Тәбиғи һәм файҙалы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә ул.
-Йәшелсәне баҡсамда үҙем үҫтерәм. Йәй буйы ҡарайым. Тәмле итеп ашарға әҙерләргә иренмәйем. Картуф менән кишер таҙартыуы ауырыраҡ, әлбиттә. Мин күреү буйынса инвалид, насар күрәм. Ауыр эштән ҡурҡмайым. Атайым-эшкә, әсәйем бөхтәлеккә өйрәтте. Диванда эшһеҙ ятыуҙан сәләмәтлек артмай. Хәрәкәттә- бәрәкәт! Оҙон ғүмерле булығыҙ,- ти Фекла Семеновна.
Лилиә ХӘМИҘУЛЛИНА әҙерләне. Фәнис АҠСУРИН фотоһы.