-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Ауыр хеҙмәттең һөҙөмтәһе ҡәҙерлерәк»,-

Ҡала халҡының көн тәртибе билдәле: бутерброд менән ҡәһүә йәиһә сәй, тулы йәмәғәт транспортында эшкә барыу һәм ҡайтыу, киске аш, телевизор һәм йоҡо. Күптәр шулай йәшәй. Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе ғаиләгә бындай тормош ят. Улар тынғыһыҙ, ауыл тормошон үҙ иткән.

Ҡала халҡының көн тәртибе билдәле: бутерброд менән ҡәһүә йәиһә сәй, тулы йәмәғәт транспортында эшкә барыу һәм ҡайтыу, киске аш, телевизор һәм йоҡо. Күптәр шулай йәшәй. Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе ғаиләгә бындай тормош ят. Улар тынғыһыҙ, ауыл тормошон үҙ иткән.

Ғаилә башлығы Әхәт Ғайнан улы «Балыҡ» балыҡсылыҡ хужылығы»нда водитель булып эшләй. Унда армиянан ҡайтҡас та эшкә урынлашҡан, һәм бына инде 30 йыл тирәһе яратҡан һөнәренә тоғро ҡала. Тырыш ир тураһында коллегалары ла ыңғай фекерҙә. Өйөндә ул яҡшы ғаилә башлығы, хужалыҡсыл ир. Ҙур ихаталары уның иңендә. Эш көндәрендә ире өйҙә булмай, водителдең эше етерлек. Әммә ғаилә башлығының күңеле тыныс, сөнки ул юҡта малдарҙы ҡарарға кешеһе бар. Ошо уҡ ауылда тыуып-үҫкән Гөлдәриә Нурфәиз ҡыҙы менән улар 17 йыл элек нигеҙ ҡорған. Изгелекле, эшһөйәр ҡатын бөтә эште лә башҡара. Малдарҙың күплегенә иҫ китерлек- 50-ләп һарыҡ, тиҫтәләгән баш һыйыр малы, аттар! Өҫтәүенә, биш умартаһы, ҡош-ҡорттары бар. Эш һөҙөмтәһенән ҡәнәғәт булыу өсөн, итен, һөтөн, балын уңайлы һатыу, шулай уҡ үҙҙәренә сифатлы аҙыҡ менән туҡланыу өсөн барыһын да ентекле тәрбиәләргә кәрәк.

Өйҙәге эштәрҙе башҡарыуҙа килененә ҡәйнәһе Альмира апай ярҙам итә. Байтаҡ йылдар инде ҡатындар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, татыу йәшәйҙәр. Был үҙе ҙур бәхет, быны хәбәрсе тәжрибәмдән сығып әйтәм, ундай ғаиләләр һирәк.

Альмира апай намаҙын ҡалдырмай, Ҡөрьән уҡый. Ауылдаштарын һуңғы юлға оҙатырға ла уны саҡыралар. Ул мөнәжәттәрҙе ихлас уҡый, быны былтыр Стәрлебаш ауылында үткән төбәк конкурсында лауреат исемен алыуы иҫбатлай.

Ейәндәрен дә ул хәстәрләп тәрбиәләй. Әминә дүртенсе синыфта белем ала. Ул өләсәһе менән ваҡытын үткәрергә, уның өгөт-нәсихәттәрен, хәтирәләрен тыңларға ярата. Доғаларҙы ла еңел генә өйрәнә.

Альмира апай Кинйәбулат ҡыҙы шатланып бөтмәй: “Аллаһыға шөкөр, балаларыбыҙҙы яҡшы итеп тәрбиәләнек. Ҡартлыҡта улдарым Әхәт менән Рәүф, ҡыҙым Гөлкәй терәк-таяныс булып торалар. Һәр кемдең үҙ ғаиләһе бар, яҡындарымдың хәстәрен тойоп йәшәйем, ҙур рәхмәт уларға”.

Азат - Ишембай нефть колледжының икенсе курс студенты, электрсы һөнәрен үҙләштерә. Яйы сығыу менән өйҙәренә ашыға. Хужалыҡта уның ярҙамы бик кәрәклеген яҡшы белә ул. Йәйге каникулдарҙа Азат атаһына үҙ тракторҙарында бесән сабырға ярҙам иткән. Шунан уңышты йыйып, ихаталарына алып ҡайтҡандар.

Бына шулай, ҡәҙимге ауыл тормошо менән йәшәй Ғәбдрәшитовтар. Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ илдәге көрсөккә ялыу итмәйҙәр, бер кемдән дә ярҙам көтмәйҙәр. Тырыш ҡулдары менән әлеге тормоштарын тәьмин итәләр, балаларын һәм киләсәктәрен ҡайғырталар. Төрлө яҡлап булдыҡлы кешеләр улар.


Лилиә КАНТИМЕРОВА.


Фәнис АҠСУРИН фотоһы.


Читайте нас: