-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Башҡорт йәне - уның моңдарында...”

...Күңелле башҡорт йырын башҡарыусының моңло тауышы ишетелә. Ул ҡайҙандыр өҫтән килгән кеүек, кем йырлауын аңлап та булмай. Баҡһаң, ҡапҡа башында ултырған бәләкәй генә малай үтеп барыусыларға йырлай икән...

...Күңелле башҡорт йырын башҡарыусының моңло тауышы ишетелә. Ул ҡайҙандыр өҫтән килгән кеүек, кем йырлауын аңлап та булмай. Баҡһаң, ҡапҡа башында ултырған бәләкәй генә малай үтеп барыусыларға йырлай икән...

Туғандары Юлдаш ауылында йәшәүсе бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы Филүз Юлдашбаевтың бала сағын шулай хәтерләй. Бәләкәйҙән үк ул ҡайҙалыр менеп, кемдәндер ишеткән йырҙарын башҡарырға яратҡан. Шунан бирле йыр-ауырлыҡтарҙы һәм ҡайғыларҙы еңергә ярҙам итеүсе көс, шатлыҡ сығанағы булып киткән. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, Филүз Нәғим улы моңлана-йырлай башлай, ул район сараларында даими ҡатнаша.

Йыр-моңға һөйөү- уның ҡанында. Өлкән Юлдаш-баевтар юғары вокаль һәләттәргә эйә кешеләр булғандар, алты балаға ғүмер биргәндәр, уларҙы намыҫлы кешеләр итеп тәрбиәләгәндәр. Ҙур ғаиләлә, әлбиттә, эш етерлек булған, ололар балаларын да эшкә өйрәтеп үҫтергән. Филүз ағайҙың ҡулынан килмәгән эше юҡлығына аптырарлыҡ түгел. Ҡатыны менән 2002 йылда ҙур йорт һалып ингәндәр, ярҙамсыл хужалыҡтары бар. Тиҫтәләгән һыйыр малы, һарыҡтар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.

Ғаилә бюджеты өсөн ит, һөт һатыуҙан килгән килем- ҙур ярҙам. Шуға ла йорт-ихата мәшәҡәттәрен Зөһрә Йәдкәр ҡыҙы ҡыуанып башҡара. Көйөргәҙе ҡыҙын Юлдаш егете менән бәхетле осраҡ ҡауыштырған, бер-береһенә булған йылы хистәре ныҡлы ғаилә ҡорорға нигеҙ булған, улар өс ул үҫтерәләр. Әле өлкән улдары Финсур ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Уртансылары Илназ- туғыҙынсы, кескәйҙәре- Илнар етенсе синыфта уҡыйҙар. Малайҙар атай-әсәһенән өлгө алып, эшләп үҫкәндәр, бөтә яҡлап та ярҙамсылар.

Филүз ағай менән Зөһрә апай ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. Ғаилә башлығы Дедово училищеһында тракторсы-машинист белгеслегенә уҡып сыҡҡандан һуң тыуған колхозда эшләгән. 2008 йылдан 2012 йылғаса Себергә эшкә йөрөгән, әле бөтә көсөн мал-тыуар аҫрауға һала. Ғаилә бюджетын тулыландырыу мөмкинлеге сығыу менән юлға йыйына. Эшләргә күнеккән кеше бер эштән дә ҡурҡып тормай.

Ҡатыны- уңған хужабикә, өй эсен бөхтәлектә тоторға ла, яҡындарын тәмле аштары менән һыйларға ла өлгөрә. Яңы йыл байрамдарында ла Юлдашбаевтар ғаиләһе ҙур өҫтәл артында йыйылып, әсәйҙәренең тәмле бәлештәре менән сәй эсеп, яңылыҡтар тураһында һөйләшкән, киләсәккә пландар ҡорған. “Балаларҙың шат йөҙҙәрен күреп ҡыуанабыҙ. Ғүмеребеҙ юҡҡа үтмәгән, бер-беребеҙгә- тоғро тормош юлдашы, балалар өсөн яҡшы ата-әсә була алғанбыҙ. Хоҙай Тәғәлә бәхетле ҡартлыҡ юраһын, балаларыбыҙҙың, ейәндәребеҙҙең уңыштарына шатланырға яҙһын”,- ти бер тауыштан Юлдашбаевтар.

... Декабрь аҙағында Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылында үткән “Минең йырым” телевизион конкурсында урта йәштәрҙәге ир “Дим буйҙары һары сәскә” йыры менән сығыш яһаны. Уның моңло тауышы тамашасыларҙың күңелен арбаны. Уға беренсе урын өсөн диплом һәм бүләк тапшырылды. Ул бер нисә тиҫтә йыл элек ҡапҡа башына менеп, йырларға яратҡан шул малай ине...


Лилилә КАНТИМЕРОВА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.


Читайте нас: