+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡул эше йыуаныс та, килем сығанағы ла булған

Фирүзә Ғатауллинаның (Ҡоро Иҙәк ауылы) тормошҡа ла, тирә-яҡтағыларҙың ҡылығына ла, хатта баҫмаларҙың эшенә лә үҙ фекере бар. Ауырлыҡтарҙы күп кисергән ҡатын бөтә нимәгә лә сағыштырып ҡарай. Ул эшһөйәр, әүҙем, игелекле кешеләрҙе ихтирам итә, ялағайҙарға, ҡомһоҙҙарға нәфрәт менән ҡарай.

Фирүзә Ғатауллинаның (Ҡоро Иҙәк ауылы) тормошҡа ла, тирә-яҡтағыларҙың ҡылығына ла, хатта баҫмаларҙың эшенә лә үҙ фекере бар. Ауырлыҡтарҙы күп кисергән ҡатын бөтә нимәгә лә сағыштырып ҡарай. Ул эшһөйәр, әүҙем, игелекле кешеләрҙе ихтирам итә, ялағайҙарға, ҡомһоҙҙарға нәфрәт менән ҡарай.

Был мәҡәләмдә һүҙ уның тормошҡа ҡарашы хаҡында түгел, ә ауылдың талантлы, тырыш оҫта, әүҙем кешеһе тураһында бара.

Ҡул эшенә ул кескәй сағында уҡ өйрәнгән. Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда уҡ әсәһенә мамыҡ тетергә, иләргә, шәлдәр бәйләргә ярҙам иткән. Һуңыраҡ тегергә һәм бесергә өйрәнгән. Ул саҡта магазин кәштәләре буш, аяҡ, өҫ кейемдәре, аҙыҡ-түлек, бер һүҙ менән әйткәндә, бөтә нимә дефицит булған. Кем нисек булдырған, шулай ысулын тапҡан. Әлбиттә, тегеү, иләү машиналары булған, тегә белгәндәр үҙҙәрен дә, таныштарын да әйберҙәр менән тәьмин иткән. Уларға йәшәүе еңелерәк булған.

-Етенсе синыфта уҡығанда гамаштар барлыҡҡа килде. Магазинда улар һирәк осрай ине. Мин әсәйемә лә,апайыма ла, үҙемә лә уларҙы иҫке кофталарҙан тектем. Улар шундай йылы булды, оҙаҡ кейҙек,-тип хәтерләй әңгәмәләшсем.

Килсәктә лә тегеү оҫталығы уға булышлыҡ иткән. Ул бер нисә йыл тегеү цехында эшләгән. Ҡатын яңғыҙы балаларын аяҡҡа баҫтырған. Хәҙер улар үҙҙәре атай-әсәй, өләсәйҙәрен ейәндәре ҡыуандырып тора.

Ул ауыр замандарҙа Фирүзә Рәис ҡыҙына ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығырға тормошон яҡшыға үҙгәртеү теләге, балаларына булған һөйөүе булышлыҡ иткән. Эшһөйәрлеге арҡаһында ул яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән. Ошо ваҡытта уның тормошона яратҡан шөғөлө шатлыҡ һәм әҙ булһа ла килем килтергән. Фирүзә Рәис ҡыҙының ғүмерендә сағыу, күңелле, моңһоу минуттар ҙа күп булған. Барыһын да һөйләп бөтөрөп булмай. Әле хаҡлы ялда, яратҡан шөғөлөнә ваҡыты күп ҡала. Оҫтабикә төрлө техника менән сигеү сигә, ырғаҡ менән дә, энә менән дә бәйләй, сигә, төрлө әйберҙәр тегә. Уның эштәре төрлө сараларҙа күргәҙмәгә ҡуйыла. Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, ҡатын ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Яҡшы йырлай, бейей, ауылды төҙөкләндереү эштәрендә ҡатнаша, теләге булғандарға мастер-кластар ойоштора.

Эштәрендә, минеңсә, Фирүзә Ғатауллина эске донъяһын асыусы сағыу төҫтәрҙе ҡуллана.


Лилиә ХӘМИҘУЛЛИНА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: