+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күңел йылыһын тирә-яҡтағыларға өләшә

“Бер кеше тотош донъяны бер ни ҡәҙәр яҡшырта ала”. Студент заманындағы дәфтәрҙәрҙе ҡараштырып ултырғанда, рус инженеры, яҙыусы һәм сәйәхәтсе Николай Гарин-Михайловскийҙың ошо һүҙҙәренә тап булдым. Минеңсә, улар минең яңы танышыма бик тура килә.

Ейәндәре өләсәйҙәрен бик ярата.
Ейәндәре өләсәйҙәрен бик ярата.
Шәйбәкова Минегөл Биктимер ҡыҙы 1963 йылда тыуған. Йәштәштәренән ул күпкә йәш күренә, тик моңһоу күҙҙәре генә уның күпте күргәне, кисергәне хаҡында һөйләй... Һөнәре буйынса баҡсасы, ул хеҙмәт юлын Өфө районы “Алексеевка” совхозында башлаған. Эшен яратып эшләгән, хеҙмәте лә етәкселектең күҙ уңынан ситтә ҡалмаған. Ул барыһы ла алда, тормош-оҙон-оҙаҡ, киләсәк тә яҡты буласаҡ тип тойолған саҡтарын йылмайып иҫкә ала. Шул осорҙа ул йәшлек һәм хеҙмәт ваҡиғалары араһында мөхәббәте- Тимерғәли Әхмәҙулла улын осрата ла инде. Туй яһап, Архангел районы Аҙау ауылында ғүмер итә башлағандар. 1987 йылда Юрматыға күсенеп ҡайтырға ҡарар иткәндәр. Тимерғәли ағай- ағас киҫеү цехында, ҡатыны һауынсы булып эшләй башлаған. 1985 йылда- Таңһылыуҙары, 1987 йылда- Мәҙинәләре, 1993 йылда Ләйсәндәренең тыуыуы тормоштарына тағы ла йәм өҫтәгән. Әсәйҙәре балаларына, айырыуса кесе ҡыҙына, бөтә наҙын, һөйөүен, хәстәрлеген биргән. Әсә йөрәге ул саҡта уҡ бәләкәсенең ғүмере иртә өҙөлөрөн һиҙенгән, күрәһең...

Бер йылдан Минегөл апайға ауыл халҡынан һөт йыйырға ҡушалар, ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормаған кеше ризалыҡ бирә һәм 18 йыл буйы эшен намыҫлы башҡара, 10 йыл дауамында “Һөнәре буйынса иң яҡшы” була. Был эше менән бер рәттән һауынсы булып та, шулай уҡ быҙаулатыу бүлегендә лә, ауыл питомнигында ла эшләй.

Кеше тик рәхәттә генә йәшәй алмай, күрәһең. Шәйбәковтарҙың ғаиләһенә лә ҡайғы килә. 2005 йылда ҡатын- тол, балалары йәтим ҡала. Иренең туғандары уға ҙур терәк була, шулар арҡаһында ул ауырлыҡтарҙы еңә, баш эймәй.

Ҡайғыһы, шатлығы менән тормош әкрен генә тәгәрәй. Балалары үҫеп, студент була, өйҙә һирәк була башлайҙар, тиҙҙән кейәүгә сығалар. Шул саҡта ҡатындың башына ауыр яҙмышлы балаларҙы ғаиләһенә алыу уйы килә.

2011 йылда, ниһайәт, ул был етди аҙымға баҙнат итә. Салауат ҡалаһынан икенсе синыфта уҡып йөрөгән Кристина менән Викторияны үҙ ҡанаты аҫтына ала. “Нәҡ ошо йәштәге ҡыҙҙарҙы алырға теләнем. Хоҙай Тәғәлә доғаларымды ишетеп, уларҙы миңә бүләк итте”,- ти Минегөл апай. Хәҙер бөтә буш ваҡытын уларға бағышлай, эштән киткән, ҡыҙҙары үҙҙәрен яңы ғаиләлә яҡшы тойһон өсөн барыһын да эшләгән. Шулай килеп сыҡҡан да. Тәүҙән үк Шәйбәковтарҙа минеке түгел, сит, аҫрауға алынған, тигән нимә булмаған. Барыһы ла бер-береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр. Бында ҙур йөрәкле ҡатындың мөхәббәте ҙур роль уйнаған, әлбиттә.

Ике йыл элек Шәйбәковтарҙың ғаиләһенә йәнә ҡайғы килә. Аварияға эләгеп, ҡыҙҙары Ләйсән һәләк була... Бала юғалтыу асыһын һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел. Әсәнең яҙмыштың ғәҙел булмауынан ҡысҡырғыһы килгән... Әммә көслө рухлы ҡатын үҙен ҡулға алған, ҡалған балалары өсөн кәрәк булыуын аңлау юғалтыу асыһын еңергә булышҡан.

“Балаларым эргәмдә булмаһа, нимә эшләр инем икән, белмәйем. Улар миңә йәшәү сығанағы, алға атлау өсөн этәргес. Әсәйемә лә бик кәрәк әле мин, шуға ла төшөнкөлөккә бирелергә хаҡым юҡ”,- ти Минегөл апай. Әле 80 йәшен тултырырға торған әсәһе алты йыл элек инсульт кисергән һәм шунан бирле ҡыҙының һөйөүенә, хәстәренә сорналып йәшәй. Мәрйәм Мөхәмәтғәли ҡыҙы доғалар уҡый, Аллаһы Тәғәләнән ҡыҙына һәм ейәнсәрҙәренә сәләмәтлек, оҙон ғүмер биреүен һорай.

Еңел булмаған яҙмышлы, шул уҡ ваҡытта бәхетле, күп балалы әсә 55 йәшлек юбилейына әҙерләнә. Ул- тиктормаҫ, ваҡиғалар эсендә ҡайнаған кеше. Һарайҙа-мал –тыуары, ҡош-ҡорто ҡаралған, баҡсаһы яҡшы уңыш менән ҡыуандыра. Тирә-яҡтағылар уның һәр саҡ ҡайҙалыр ашығыуын, кемгәлер ярҙам итергә тырышыуын күрә. Әйткәндәй, элегерәк ул ата-әсәләр комитеты, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булған, әле лә ихтирам ҡаҙана, кешеләр уны яратып кәңәш һорап, мөрәжәғәт итә. Башҡаларға файҙалы булыуы уға йәшәргә көс бирә, ул ауыл халҡының йәмәғәт проблемаларын хәл итеүҙә булышлыҡ итергә әҙер.

Киләсәктә лә дүрт бала әсәһе, алты ейәненең яратҡан өләсәһе һәм әсәһенең хәстәрлекле ҡыҙы, уңған хужабикә, ярҙамсыл Минегөл апай яҡындарының мөхәббәтенә һөйөнөп, күтәренке кәйефтә йәшәһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: