+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Техникаһына һаҡсыл ҡарашта

Районыбыҙҙа тәжрибәле, үҙ эшенең оҫталары булған механизаторҙар бихисап. Шуларҙың береһе- Оло Сытырман ауылынан Усман Иҫәнғолов.

Усман Иҫәнғолов эшкә күтәренке  кәйефтә килә.
Усман Иҫәнғолов эшкә күтәренке кәйефтә килә.
Районыбыҙҙа тәжрибәле, үҙ эшенең оҫталары булған механизаторҙар бихисап. Шуларҙың береһе- Оло Сытырман ауылынан Усман Иҫәнғолов.

30 йыллыҡ хеҙмәт стажлы механизатор төрлө ауыл хужалығы машиналарын йөрөткән, һәр ваҡытта ла техникаһына һаҡсыл булған.

-Техниканы яратырға, хужалыҡсыл ҡарашта булырға кәрәк,- ти Усман Миниязар улы.- Әгәр был һөнәргә күңелең тартмаһа, трактор руле йәиһә комбайн штурвалы артына ултырыуҙан мәғәнә юҡ- барыбер яҡшы эш килеп сыҡмаясаҡ.

Элек Усман Иҫәнғолов Ергән МТС-ында, шунан урындағы совхозда эшләгән. “Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығы” йәмғиәтендә ул һигеҙенсе йыл эшләй. Уға ике трактор һәм “Полессе” комбайны беркетелгән. Ул бурыстарын яуаплы, күңелен һалып башҡара, тиҙ арала ватыҡ техниканы яһап ала, кәрәгенсә ремонтлай. Тәжрибәле механизатор булараҡ, йәштәргә үҙ кәңәштәрен бирә, белмәгәндәрен өйрәтеп ебәрә.

Быйыл да ураҡ эштәре тамамланғандан һуң беренселәрҙән булып комбайнын ҡышҡы һаҡлауға ҡуйған, тракторҙарын ремонтлаған, әле отпускыға китергә йыйына.

Хужалыҡ етәкселеге Усман Миниязар улына тыныс, бәхәсләшмәүсе, бик тырыш тигән ҡылыҡһырлама бирҙе. Эшләү дәүерендә ул бер нисә мәртәбә грамоталар менән бүләкләнгән. 2017 йылда “Райондың иң яҡшы балыҡсылыҡ хужалығы хеҙмәткәре” тип танылған. Был тәжрибәле механизаторҙың күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәт юлындағы уңыштарының береһе генә әле...


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


Фәнис АҠСУРИН

фотоһы.
Читайте нас: