Ҡәҙерле кешебеҙ-әсәйебеҙ Фирүзә Ғаяз ҡыҙы Фёдоровка районы Ҡораласыҡ ауылында 1938 йылдың 18 ғинуарында тыуған. Сания һәм Ғаяз Хәйбуллиндарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып яҡты донъяға ауаз һалған ул. Уны яратып, ҙур өмөттәр бағлап, Фирүзә исемен ҡушҡандар.
Әсәйебеҙҙең балалыҡ, мәктәп йылдары илебеҙ халҡына килгән ҙур һынау- һуғыш осоро, һуғыштан һуңғы йылдарға тура килгән. Ниндәй генә һынауҙар, ауырлыҡтар булһа ла, әсәйебеҙ үҫеп буй еткән. Һалҡын, ҡар-буранлы ғинуар айында тыуһа ла, ул йомшаҡ күңелле, сабыр, матур кеше, ололарҙы-оло, кеселәрҙе-кесе итә белә.
Ҡораласыҡ урта мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инеп, фельдшер һөнәренә эйә була. Йәш белгес ҡулына диплом һәм юлланма алып, тыуған яғы Үрге Яуыш ауылында хеҙмәт юлын башлай.
1960 йылдың апрелендә әсәйебеҙ менән атайыбыҙ ғаилә ҡора. Ғаиләләрендә беҙ- ике ҡыҙҙары Рима һәм Роза үҫтек. Әсәйебеҙ 30 йылдан ашыу атайыбҙҙың әсәһе, Хәбибъямал өләсәйебеҙ менән татыу гүмер иттеләр. Уларҙың тормошо ауыл халҡы өсөн өлгө булды. Беҙ һәр ҡайһыбыҙ үҙ аллы тормош көтәбеҙ, ғаилә ҡорҙоҡ, балалар үҫтерҙек, һәр ҡайһыһына юғары белем алырға ярҙам иттек.
1961 йылдан 1989 йылға тиклем әсәйебеҙ иң яуаплы эштә- халыҡтың һаулығын һаҡлауға ҙур көс һалды- Ҡораласыҡ фельдшер-акушерлыҡ бүлеген етәкләне. Көн, төн тимәне, ярҙам һорап килгәндәргә ярҙамға ашыҡты. Әсәйебеҙ эшләгән осорҙа ашығыс ярҙам машиналары ауылдарға йөрөмәй ине. Район дауаханаһына илтергә кәрәк булғанда, атайыбыҙ Таһир Сабир улы әсәйебеҙҙең беренсе ярҙамсыһы булды. Атайыбыҙ колхозда баш механик булып эшләне. Әсәйебеҙ ауырыу янына ашыҡһа, атайыбыҙ машина хәстәрләй башлай торғайны. Улар шулай, ҡулға-ҡул тотоноп, халыҡҡа хеҙмәт итте.
Әсәйебеҙҙең ауыр ҙа, яуаплы ла, маҡтаулы ла хеҙмәте хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланды. “СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ булды, 1986 йылда “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнде, ул -“Хеҙмәт ветераны”.
1960 йылда атайыбыҙ менән әсәйебеҙ Мәләүез ҡалаһына күсенде. Фирүзә Ғаяз ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы, Мәләүез химия заводының ашығыс ярҙам бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләне.
Әлеге көндә ҡәҙерле кешеләребеҙ беҙҙе, ейәндәрен шатландырып тигеҙ, мул тормошта ғүмер кисерәләр, уларҙың ғаилә ҡороуҙарына ла 58-се йыл китте. Оло йәштә булһалар ҙа, ҡала ситендәге баҡсаларында йәшелсә, еләк-емеш үҫтерәләр. Баҡсаларын, тәҙрә төптәрен аллы-гөллө сәскәләр биҙәй.
Әсәйебеҙҙең доғалары беҙҙе һаҡлап, ҡурсалап тора. Өләсәй-олатайыбыҙ ҙа дини кешеләр ине. Әсәйебеҙ ҙә шул юлдан бара. Ул дини белем алды.
Әсәйебеҙ, бөгөн һиңә 80 йәш! Сәстәреңә инде күптән сал төшһә лә, һин беҙҙең өсөн һаман йәш, матурһың. Сал сәстәрең һине биҙәй генә. Беҙ һинең сал сәстәрең алдында башыбыҙҙы эйәбеҙ.
Ғүмер юлың һымаҡ ап-аҡ улар
Мансылмаған данға, алтынға.
Бары төҫөн юйған, башҡаларға
Был юлдар, әсәйебеҙ, нәҡ һинең хаҡта.
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн матурлыҡ өлгөһө, хеҙмәт һөйөргә өйрәтеүсе, туғандар менән татыулыҡта йәшәү үрнәге, ғүмерҙең һәр сәғәтен, көнөн ҡәҙерләргә өйрәтеүсе лә. Һин булмаһаң, донъябыҙ моңһоу йыр, һандуғасһыҙ таңдар кеүек булыр ине. Бар уңыштарыбыҙҙың, еңеүҙәребеҙҙең башында, әсәй, һин тораһың. Һин беҙҙең рухи шишмәбеҙ, йәнебеҙҙе йылытыусы, кәрәк саҡта кәңәш биреүсе.
Аҡ донъяға ғашиҡ булып, тормошто яратып, йәшендәй йәшнәнең, ҡәҙерле әсәйебеҙ, атайыбыҙ менән киләсәктә лә тигеҙ, хәйерле ғүмер насип булһын. Күңел тыныслығы, йәшәү дәрте мәңге һүнмәһен.
Ҡотло булһын, әсәй, тыуған көнөң.
Оҙаҡ йәшә, бул һин бәхетле.
Яныбыҙҙа һин булғанға ғына
Әсәй, тип әйтер кешең булыу
Ниндәй бәхет бит ул донъ-яла.
Шатлыҡтарың булһа- уртаҡ була.
Уйлама әле, ҡартаям, тип.
Шат-көләс бул, һүнмә-һүрелмә.
Ҡәҙер-хөрмәт күреп үтһен ғүмерең
Урындарың булһын гел түрҙә.
Иң изге теләктәр менән- тормош иптәшең, ҡыҙҙарың Рима, Роза, кейәүҙәрең Заһир, Василий, ейәнсәрҙәрең Рита, Динара, ейәндәрең Илшат, Рәмил һәм туғандарың.