+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үрнәк булырлыҡ кешеләр

Һәр кемдең дә сәләмәт һәм күңелле, оҙон ғүмерле булғыһы килә. Әммә бының өсөн көс һалырға кәрәк. Ваҡытты компьютер йәиһә телевизор алдында үткәреү урынына, саф һауала йөрөргә, мәҫәлән.

Йәштәр “сәләмәт тормош рәүешен Интернет аша алып барғанда” 69 йәшлек Нина Дмитриевна  менән 64 йәшлек Зинаида Максимовна саф һауала көн дә  бер нисә километр араны үтә. Сәләмәтлеген нисек нығытырға -  һәр кем  үҙе һайлай...

Кузьминовка ҡатындары Нина Ермолаева менән Зинаида Ямщикова сәләмәт тормош рәүеше алып барыуҙың ныҡлы иҫәнлеккә һәм көстөң артыуына сәбәпсе булыуына үҙ тәжрибәләрендә инанған.

Нина Дмитриевна 2000 йылда инсульт кисергән. Шунан һуң табип уға көн дә гимнастика эшләргә ҡушҡан. Шул осорҙан бирле ул көнөнә ике мәртәбә, иртән һәм кис физкультура менән шөғөлләнә, һөҙөмтәлерәк булһын өсөн ҡулдарына һыу тултырылған шешәләр ала. Ә скандинав йөрөүе менән ул алты йыл элек мауыға башлаған, әхирәте Зинаида Максимовна уны мауыҡтырған.

Ул да саф һалауалғы шөғөлләнеүҙәр организмға ыңғай тәьҫир итеүен күптән аңлаған. 10 йыл тирәһе саңғыла йөрөгән, һалҡын һыу менән ҡойонған. Әммә һуңғыһы менән артыҡ мауыҡҡан һәм ауырып киткән. “Минең хатамды ҡабатлай күрмәгеҙ, табип консультацияһынан тыш физкультура менән шөғөлләнмәгеҙ”,- ти ул. Тәүҙә ҡатындар ябай ағас таяҡтарға таянып йөрөгән, шунан Зинаида Максимовнаға улы махсус таяҡтар бүләк иткән. Ҡараңғыла үтеп барған машиналар уларҙы күрһен өсөн ул яҡтылыҡ сағылдырыусы значок таға.

Һәр кис әхирәттәр скандинав йөрөүе менән Фёдоровканың заправкалау станцияһына тиклем тиерлек атлай, йәш саҡтарын иҫкә ала һәм күтәренке кәйефтә өйҙәренә ҡайта.

Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: