+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тырыш һәм ышаныслы эшсе

Бөгөн ниндәй ҙә булһа йыһаздарға ремонт талап ителмәгән бер эшмәкәрлек тармағы ла юҡтыр, моғайын. Машиналарҙы һәм механизмдарҙы үҙ эшенең оҫталары, белгестәр, слесар-электр-сылар тейешле хәлдә тота. Уларҙың ярҙамы менән сәнәғәт станоктары эшләй, икмәк бешә, аҙыҡ-түлек продукцияһы етештерелә.

Валерий Кубов - яуаплы хеҙмәткәр.

Валерий Кубов Фёдоровка һөт заводында 30 йыл тирәһе эшләй. Предприятиеның йыһаздары уның ҡарамағында. Өҫтәүенә, электрсыға Стәрлебаш һәм Йәшергән (Стәрлебаш районы), Иҫке Михайловка һөт ҡабул итеү пункттарына саҡырыуҙарға һәм контроль тикшереүҙәргә барырға тура килә.

Һөттөң тиҙ боҙолоусы продукт булыуы һәр кемгә мәғлүм, уны оҙаҡ һаҡларға ярамай. Валерий Геннадьевич үҙе хеҙмәтләндергән электр машиналарының ҡоролошон һәм эшләү принциптарын яҡшы белә. Шуға ла ул ватылыуҙарҙы тиҙ арала юҡ итә. Көтөлмәгән хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн электр йыһаздарын ваҡытында тикшерә һәм кәрәк булғанда ремонтлай.

Валерий Геннадьевич иғтибарлы, яуаплы, түҙемле һәм башҡарыусан белгес.

Баҫалҡылығы һәм эшһөйәрлеге, ярҙам итергә әҙер булыуы өсөн ул коллегалары араһында ихтирам ҡаҙанған, етәкселек уның эшен грамоталар менән билдәләй. 2017 йылғы эш һөҙөмтәләре өсөн В.Г. Кубовҡа ал таҫма тағылды һәм “Эшкәртеү сәнәғәтендә иң яҡшы хеҙмәткәр” исеме бирелде.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: