-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ер - тамырҙары, Дәүләтбирҙиндар бер-береһе менән көслө

Бала Сытырманда йәшәүсе ғаилә улар хаҡында гәзиткә мәҡәлә яҙырға теләгәнемде белгәс, аптырап китте. «Бөтәһе лә шулай йәшәй инде. Әллә ни ҡыйратҡаныбыҙ юҡ, һымаҡ»,- тиештеләр. Эйе, тәүге ҡарашҡа барыһы ла һәүетемсә кеүек булһа ла, былай йәшәү һәр кемдең дә ҡулынан килмәй.

Вәкил Әхмәт улы менән Банат Мансур ҡыҙы ябай ауыл тормошо алып бара. Иртә таңдан уянып аҙбарға сығалар, мал-тыуарҙарын ҡарайҙар, шунан балаларын мәктәпкә оҙаталар, үҙҙәре эшкә ашығалар. Улар бер кемдән дә маҡтау һүҙҙәре көтмәй. Бергә ғүмер итеүҙәренә 26-сы йыл китеүен һиҙмәй ҙә ҡалғандар...
Уларҙың ғаилә тарихы 1992 йылда башланған. Юлдаш ауылы ҡыҙы менән Бала Сытырман егете туғандарының туйында танышҡан, бер күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ булып, яҙмыштарын бергә бәйләргә ҡарар иткәндәр. «Ә ниңә һуҙырға? Йөрәгем менән һиҙҙем уның мин көткән кеше, өлөшөмә төшкән көмөшөм икәнен. Өйләнешергә тәҡдим иткәс тә, ризалаштым», - ти Банат апай.
(Мәҡәләнең дауамын район гәзитенән уҡығыҙ).
Читайте нас: