-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
2 Февраль 2018, 14:12

Иң ҡәҙерле, ғәзиз әсәйебеҙ

Беҙҙең өсөн ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән-ғәзиз, изгеләрҙән изге кешебеҙ - Әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Хәлитова Ғәйшә Шәмсетдин ҡыҙының 1 февралдә 85 йәше тулды. Берҙән-беребеҙҙе тыуған көнө менән ҡотлағыбыҙ килә. Уға сәләмәтлек, тыныс ҡартлыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Әсәйебеҙ Ғәйшә Шәмсетдин ҡыҙы 1933 йылда Үрге Яуыш ауылында донъяға килә. Шәмсетдин олатай һуғышҡа киткәндә уға ни бары 8 йәш була, тағы ағаһы, апаһы, ҡустыһы, һеңлеһе менән 1943 йылдың авгусында атайһыҙ ҡалалар – Ленинград фронтында олатайыбыҙ Дашкин Шәмсетдин Мифтахетдин улы яу яланында батырҙарса башын һала. Был осор балалары яҙмышын улар ҙа татый, кисерә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа урман киҫеү, йәшләй баҫыуҙа утауҙа эшләү, фермала һыйыр һауыуҙар – былар бөтәһе лә әсәйебеҙ кеүек йәш ҡыҙҙарҙың иңенә төшә.

1951 йылда атайыбыҙ Ғәлимйән Ғөбәй улы менән донъя ҡороп, йәшәп китәләр. Улар 54 йыл бергә ғүмер кисерә, биш бала үҫтерәләр, уҡырға, юғары белем алырға ярҙам итәләр.

Әсәйебеҙ ифрат сабыр холоҡло, тыйнаҡ, аҡыллы кеше. Тормошоноң иң ауыр һынауҙарына ла бирешмәйенсә, һығылмайынса йәшәне ул. Ғүмере буйы бәләкәй сағында зәғифләнгән ҡыҙ туғаныбыҙҙы тәрбиәләне. Әлеге көндә лә уның менән йәшәй.
(Ҡотлау мәҡәләһенең аҙағын район гәзитенән уҡығыҙ)
Читайте нас: