+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
2 Февраль 2018, 14:17

Ҡулдарынан гөлдәр тама

Ғүмер- ғүмергә ҡул эше ҡатын-ҡыҙҙың көндәлек тормошоноң бер өлөшө булған. Уңған хужабикәләр үҙ ҡулдары менән көнкүреш кәрәк-яраҡ әйберҙәрен эшләгән, ғаиләһен уңайлы һәм матур иткән. Хәҙерге йәштәр әҙерҙе һатып алырға күнеккән, тик технологиялар заманында ла яратҡан эштәренә ваҡытын йәлләмәүселәр ҙә байтаҡ. Кузьминовка ауылынан Мария Турбина - шундайҙарҙан.

Белгеслеге буйынса Мария Максимовна тегеүсе, бер нисә йыл- ҡалала ательела, шунан Фёдоровка ауылында тегеүсе булған. Әле ул хужабикә һәм күпселек ваҡытын хужалыҡта һәм йортона, ғаиләһенә һәм яратҡан шөғөлөнә бағышлай. Был ҡатынды ысын рәссам тиергә була. Ул энә һәм төҫлө ептәрҙән картина эшләй. Мария Максимовна сатрашлап сигә. Күпселектә тәбиғәтте һәм сәскәләрҙе һүрәтләй. Махсус схемаларҙы магазиндан һатып ала һәм сағыу картиналар эшләй. Улар менән өйөнөң эсен биҙәй. Ҡунаҡтар ҡабул итеү бүлмәһендәге рус рәссамы К. Брюлловтың “Һыбайлы” картинаһын күреп аптыраныҡ. Баҡһаң, быны хужабикә үҙе эшләгән. Эштәрен оҫтабикә туғандарына, яҡындарына, дуҫтарына бүләк итә. Барыһына ла уның эштәре иң ҡәҙерле бүләктер, моғайын.
Мәҡәләнең аҙағын район гәзитенән уҡығыҙ.
Читайте нас: