Сығышы менән Стәрлетамаҡ районы Золотоношка ауылынан булған Юлия хәҙер беҙҙең район кешеһе инде. Кузьминовка егете Николайға ғашиҡ булып кейәүгә сығыуына ла 15 йыл үткән хәҙер.
Кузьминовка мәктәбендә һәр ваҡыт таҙалыҡ һәм бөхтәлек хөкөм һөрә. Дәрестәр барғанда коридорҙа тынлыҡ урынлаша. Ашхана яғынан ымһындырып, тәмле аш еҫе килә. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән шул яҡҡа атлайбыҙ.
Беҙҙе йәш кенә, алсаҡ ашнаҡсы ҡаршыланы. Ашханала яҡты һәм таҙа. Бер нисә минуттан бында балалар килергә тейеш. Уларҙы Юлия Викторовна Мишанкина һәр ваҡыт йылмайып ҡаршы ала.
-Бөгөн тәмле итеп кәбеҫтә һурпаһы бешерҙем. 31 бала ашай. Бөтәһенә лә оҡшай, буғай, ялыу иткәндәре юҡ. Аҙыҡ-түлек етерлек. Ашарға әҙерләүҙән тыш, мин хужалыҡ мөдире лә, табаҡ-һауыт йыуыусы ла, туҡланыу буйынса отчётты ла үҙем эшләйем. Зарланмайым, миңә эшем оҡшай. Балаларым да янымда, икеһе лә мәктәптә уҡый. Ирем себерҙә вахта ысулы менән эшләй, - тип яуапланы ул минең биргән һорауҙарыма.
Юляның беренсе белгеслеге – тегеүсе, Салауатта уҡыған. Ә ашнаҡсы һөнәрен Ишембай курстар комбинатында үҙләштергән.
-Бығаса балалар баҡсаһында хужалыҡ мөдире булдым, бында хәҙер икенсе йыл эшләйем инде, - тине ул.
Белем биреү учреждениеһы директоры М.М. Мәсәғүтов та ашнаҡсы тураһында матур һүҙҙәр генә әйтте.
-Юлия Викторвна ашнаҡсы булып бик оҙаҡ эшләмәй, шулай ҙа үҙ бурыстарын намыҫлы башҡара. Тәмле итеп бешерә, балаларға оҡшай, бөтә ерҙә лә таҙалыҡ. Уны эшкә алыуыбыҙға бер ҙә үкенмәйбеҙ, киреһенсә, шатбыҙ ғына, - ти Марат Минияр улы.
Мәктәп ашнаҡсыһының эше еңел түгел, әммә кәрәкле. Балаларҙың күмәкләшеп “Рәхмәт!” тип әйтеүен ишетеү өсөн күпме көс һалырға кәрәк. Әммә ул был һүҙҙәргә ысынлап та лайыҡ.