+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
9 Февраль 2018, 17:17

Наҙлы ҡояшыбыҙ

Әсәй! Донъялағы иң ғәзиз, берҙән- бер кешебеҙгә беҙ күңел йылылығы менән тулы ошо матур һүҙ менән өндәшәбеҙ. Әсәйебеҙ – Маликова Миневафа Ғәлләметдин ҡыҙы Яңы Яуыш ауылында 1928 йылдың 9 февралендә тыуған.

Әсәй! Донъялағы иң ғәзиз, берҙән- бер кешебеҙгә беҙ күңел йылылығы менән тулы ошо матур һүҙ менән өндәшәбеҙ. Әсәйебеҙ – Маликова Миневафа Ғәлләметдин ҡыҙы Яңы Яуыш ауылында 1928 йылдың 9 февралендә тыуған. Ул биш туғаны өсөн өлкән апай булған. Атаһы һуғыш яланынан ҡайтмаған, ә әсәһе уға 13 кенә йәш булғанда, баҡыйлыҡҡа күскән. Туғандарын ҡарау бурысы әсәйебеҙ һәм башҡа яҡындары иңенә төшкән. Уҡыу теләге көслө булһа ла, ете класс ҡына тамамлай ала. Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ һуғыш йылдарында үҫкән балалар күргәндәрҙең барыһын да кисерә. Үҫмерҙәр ололар менән бергә баҫыуҙа эшләй, кистәрен фронтҡа ебәреү өсөн ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй, картуфын киптерә, башҡаһын хәстәрләй. Белорет тарафтарында урман киҫеүҙәге эш һәм йәшәү шарттары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Тик ауыр хеҙмәт уларҙы ҡурҡытмаған, киреһенсә, йәшәүгә сәм өҫтәгән, рухтарын нығытҡан, көслө, бирешмәҫ булырға өйрәткән.

Әсәйебеҙ 25 йәшендә атайыбыҙ Маликов Сөнәғәт Зиннәт улына кейәүгә сыҡҡан. Бер-бер артлы беҙ, дүрт балалары, тыуғанбыҙ. Тик әсәкәйебеҙҙең тормошо татлы булмаған – ул бик иртә тол ҡалып, балаларын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән. Юҡ, бирешмәгән ул яҙмышы һынауҙарына, һынмаған да, бөгөлмәгән дә, ныҡышып, тырышып, донъя көтөүен дауам иткән. Беҙгә ел-ямғыр тейҙермәйенсә, матур тәрбиә биреп үҫтерҙе, белем алырға ярҙам итте, үҙ аллы тормош юлына сығарҙы. Уның шул тиклем аҡыллы, уңған, тәүәккәл, ҡыйыу, хәстәрлекле, шул уҡ ваҡытта талапсан да була белеүенә әле булһа һоҡланабыҙ.

Ғүмере буйы “Пугачев” совхозында ал-ял белмәй эшләне ул. Быҙау ҡараусы, һауынсы булып эшләгәндә юғары артымдарға һәм һауымдарға ирешеп, етәкселектән күп маҡтау һүҙҙәре ишетте. Хәҙер инде һарғайышып бөткән бихисап Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, иҫтәлеккә һаҡланған бүләктәре уның юғары хеҙмәт ҡаҙаныштарын иҫкә төшөрөп тора. Һөйөклөбөҙҙөң күкрәген Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү хөрмәтенә бирелгән юбилей миҙалдары биҙәй. Ул ауыл һәм район Советы депутаты итеп тә һайланды, һәр ваҡыт һүҙе үтемле булды.

Әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай ауылыбыҙҙың хөрмәтле ағинәйе. Әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ Миневафа Ғәлләметдин ҡыҙы ауылда бик абруйлы, ихтирамлы кеше. Матур итеп Ҡөрьән уҡый, динебеҙ ҡанундарын яҡшы белә, шуға ла һәр хәлдә лә ауыл халҡы ярҙам-кәңәш һорап уға килә. Үҙенең изге доғалары менән ул беҙҙең барыбыҙҙы ла донъя яманлыҡтарынан ҡурсалай.

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, һөйөклө өләсәйебеҙ, яратҡан ҡарт өләсәйебеҙ! Һине 90 йәшлек күркәм юбилейың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һин – беҙҙең наҙлы ҡояшыбыҙ, изгелекле, шәфҡәтле, туған йәнле, ярҙамсыл кешеһең, бар ғүмереңде беҙгә, балаларыңа, бағышлағанһың. Әле булһа аҡыллы кәңәштәреңә таянабыҙ, кешелеклелегең алдында баш эйәбеҙ.

Киләсәк көндәрең дә һаулыҡта, муллыҡта, ауырымай-һыҙланмай, имен тормошта үтһен. Балаларыңдың изгелектәрен күреп, ейәндәреңдең ҡәҙер-хөрмәтендә оҙаҡ йәшә. Беҙ һиңә барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ, яратабыҙ, бәхетле, хәйерле оҙон ғүмер, күңел тыныслығы теләйбеҙ.

Әсәй, тип әйтер кешең булыу

Ниндәй бәхет бит ул донъяла.

Шатлыҡтарың булһа – уртаҡ була,

Ҡайғыларың булһа – юғала.

Хоҙай ныҡлы сәләмәтлек бирһен,

Һин булғанда ҡояш нур сәсә,

Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып,

Йәшә әле шулай йөҙгәсә!

Иң изге теләктәр менән -ҡыҙың, кейәүең, улдарың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.
Читайте нас: