Уларға Ан-148 самолеты экипажы һәм пассажирҙарының яҡындарының күңел әрнеше тураһында һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ. Уларҙың һөйөклө улы, полковник Әмир ағай ҙа 2016 йыл аҙағында дәүләт йөкләмәһе буйынса Рәсәй хәрбиҙәрен ҡотларға тип Сүриәгә осҡан сағында һәләк булған бит.
Ҡатын оҙаҡ ҡына тыныслана алманы, яңылыҡтар тапшырыуы уның мәңге төҙәлмәҫ йөрәк яраһын, ҡайғыһын яңыртты. “Күҙ йәштәремде сығармайым, тик йәнем ошо кешеләр өсөн түҙә алмай илай. Улар ҙа бит кемдеңдер балалары, ата-әсәләре, туғандары. Уларҙың ҡайғыһын үҙебеҙҙеке кеүек ҡабул итәбеҙ”,-тине уның ире. Эйе, был ирле-ҡатынлы утты ла, һыуҙы ла бергә үткән. Яҙмыштары уларҙы күп тапҡыр һынаған, бер-бер артлы юғалтыуҙар насип иткән, әммә уларҙың ғаиләһе мәрмәр кеүек ныҡ торған, бер ни алдында ла бөгөлмәгән, һынмаған.
Был ғаилә 1957 йылда барлыҡҡа килгән. Бына бәлә-шатлыҡтарҙы бергә уртаҡлашып, бер-береһенә терәк-таяныс булып, 61 йыл инде бергә татыу ғүмер кисерәләр. Улдарының һәләкәттә һәләк булыуы улар өсөн ҙур ҡайғы булған. Ә бит уға тиклем бер нисә ай алдан ғына ауырыуҙан ҡыҙҙары Гөлшат та яҡты донъянан киткән булған икән. Балаларын юғалтыу әсеһе ата-әсәһен һәм уларҙың кесе балалары Булат менән Гүзәлдең дә йөрәген яраламай ҡалмағандыр. Ҡыҙҙары ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Улдары, өлкән ағаһы һамаҡ уҡ - хәрби кеше, әле ҡатыны һәм балалары менән Бурятиела. Улар бергәләшеп ҡайтҡанда ата-әсәләренең йорто шау-гөр килеп тора, бөтә ғаилә бергә йыйылған көндәр иң бәхетле мәлдәргә әүерелә.
Хәсәновтар бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырмаған, һәр эшкә лә ең һыҙғанып тотонған. Белгеслеге буйынса механизатор булған Бакир ағай һәр ваҡыт “тимер атында” эшләгән. Һөргән, сәскән, урған, хатта аяғы зыянлап һыҙланған сағында ла эшләүенән туҡтамаған. Ул көтөүен дә көткән, ырҙын табағында иҫәпсе лә булған, киномеханик вазифаһын башҡарғанда йыш ҡына ауылдаштарына һинд киноларын алып ҡайтып күрһәткән, зал тамашасылар менән шығырым тулы булған. Келәт мөдире, тирмәнсе, һыу үткәреүсе – уның һөнәрҙәренең иҫәбе-һаны ла юҡ, буғай. Ҡатыны ла бер эштән дә ҡурҡып тормаған – сусҡа, һарыҡ ҡараған, һауынсы, мәктәптә йыйыштырыусы ла булып эшләгән. Өйөн ул һәр ваҡыт бөхтә тота, балаларының һәм иренең өҫтө-башы бөтөн, тамағы туҡ. Ҡәйнәһе Ғәрифә инәй – 10 йыл, ҡайныһы Кәшәфетдин 15 йыл улар менән бергә йәшәгән, һуңыраҡ иренең апаһы Йәмилә инәй ҙә уларға күсенеп килгән. “Килен – ҡәйнә тупрағынан”, тип әйтелгән бит халыҡта. Ҡатын иренең яҡындары менән уртаҡ тел табып, бер ғаилә булып йәшәгәндәр. Был хәҙерге тормошта һирәк була торған күренеш. Өйҙәрендә табаҡ-һауыт шалтыратмағандар, яңылышлыҡтарҙы шунда уҡ бөтөрөп, ғәфү итә белгәндәр. Бер-береһенә булған ихтирамлы мөнәсәбәттәре ныҡ, һөйөүҙәрен, ғаилә бәхеттәрен бөгөнгәсә һаҡлап килеүҙәре, бәлки, ошоға бәйлелер ҙә әле. Улар ябай булмаһа ла, оҙон ғүмер, аҡыллы балалар биргәне, туғыҙ ейәндәре һәм өс бүләләре өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле.
“Яҙмышыбыҙға зарланмайбыҙ, булғаны булды инде. Әмиребеҙ менән Гөлшатыбыҙҙы мәңгегә юғалттыҡ, күрәһең, насибы шул булғандыр. Хоҙайға асыу белдерергә ярамай, артабан йәшәргә кәрәк. Иҫән-именбеҙ, һарыҡтар, тауыҡтар аҫрайбыҙ әле, ике бесәйебеҙ бар. Баҡсала еләк-емешен, йәшелсәһен дә үҫтерәбеҙ. Был беҙҙең йәш өсөн насар түгел бит. Аҡсаға бай түгелбеҙ, бер-беребеҙ һәм балаларыбыҙ – ҙур хазинабыҙ. Башҡаһы кәрәк тә түгел”,- ти Хәсәновтар.
Күпте күргән шул Бакир ағай менән Менәүәрә апай. Улар ныҡлы ғаилә ҡороуҙа йәштәр өсөн өлгө булып тора. Оло йөрәкле был парға күңел тыныслығы, бәлә-ҡазаларһыҙ, хәйерле оҙон ғүмер һәм яҡындарын ҡыуандырып, бәрәкәтле донъя көтөп, шатлыҡта ғына йәшәүҙәрен теләйбеҙ.