+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
20 Февраль 2018, 11:22

Яуаплы белгес, бәхетле әсә һәм ҡатын

“Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәтендә Татьяна Самарина (Гончаровка) етенсе йыл эшләй. Ошо ваҡыт эсендә үҙен яуаплы белгес итеп күрһәткән. Почет грамоталары, наградалары бар, 2016 йылғы эш йомғаҡтары буйынса райондың иң яҡшы ҡош ҡараусыһы булараҡ, ал таҫма тағылған.

Белгеслеге буйынса Татьяна Александровна башланғыс синыф уҡытыусыһы, әммә был һөнәре буйынса стажы булмау сәбәпле, эшкә урынлаша алмаған. Предприятиеға уны ит эшкәртеү буйынса оператор итеп ҡабул иткәндәр, шунан ҡаҙсылыҡ цехына бригадир итеп күсергәндәр. Йәш ҡатын намыҫлы һәм тырышып эшләгән, юғары күрһәткестәргә ирешкән. Татьяна Александровнаның эшкә етди ҡарашын етәкселек билдәләп, вазифаһын да үрләткәндәр. Әле ул кадрҙар бүлеге инспекторы, секретарь һәм кассир ҙа, ҡаҙ һуйыу ведомостарын төҙөй, предприятиеның төрлө иҫәп эштәрен алып бара.

Мәҡәләм геройы үҙен бәхетле тип һанай, уның эштә лә, өйөндә лә барыһы ла имен. Татьянаның ире Юрий Валерьевич та “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәтендә эшләй. Ул тәжрибәле электр монтеры һәм 10 йыл стажлы инкубация цехы операторы. Яҡшы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр һөнәре буйынса яҡшы тип танылған. Юрий Валерьевич спорт менән мауыға. Быға ҡатынын һәм улдары- беренсе синыфта уҡыған Вячеславты һәм өсөнсө синыф уҡыусыһы Владиславты ла йәлеп иткән.

Самариндарҙың татыу ғаиләһе төрлө спорт сараларында ҙур теләк менән ҡатнаша. Ауылда уҙған “Атай, әсәй һәм мин- спорт яратыусы ғаилә” сараһында ла үҙҙәренең физик әҙерлектәрен күрһәткән һәм еңеү өсөн дәртләнеп көрәшкән.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: