+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауылдың йөҙөк ҡашы

Ҡатын-ҡыҙҙың булмышы нимәлә? Г.Р. Ниғмәтуллина уны ғаилә усағын һаҡлауҙа, яҡшы әсә булыуҙа, балалары бәхетле, изгелекле һәм ярҙамсыл, намыҫлы булһын өсөн мөмкин булғанын да, булмағанын эшләүҙә, тип аңлай.

Һәйеттә йәшәүсе ҡатын был уңайҙан ыңғай миҫал булып тора- ул өс балаһына-Айнурға, Айгөлгә, Айбулатҡа ғүмер бүләк иткән. Өлкәндәре, әсәһе һымаҡ, башҡорт теле уҡытыусылары. Улы ауылдағы мәктәптә уҡытыусы, ҡыҙы-клуб мөдире. Кесе улы алтынсы синыфта уҡый. Әсә балалары менән ғорурлана, улар тураһында һөйөү, наҙ менән һөйләй.

Ғаилә усағын һаҡлаусының бурыстары ниндәй һуң? “Ҡатын-ҡыҙ, яҡындары ҡайтырға ашҡынып торһон өсөн, торлағында уңайлылыҡ һәм йылылыҡ тәьмин итергә тейеш”,- ти Гөлдәр Рәис ҡыҙы. Өйөндәге һәр әйбер уның күңел йылыһына, бөтмәҫ көс-дәртенә сорналған, тиерлек. Хужабикәнең оҫта ҡулдары һәр нимәлә һиҙелә, шуға балалары ла, тормош иптәше лә өйөнә тартыла.

Ире лә, ҡатыны һымаҡ, эшһөйәр, маҡсатсан, изге күңелле кеше. Шәүҡәт Муллағәли улы оҙаҡ йылдар тракторсы булған, әле Себерҙә вахта ысулы менән эшләй. 27 йыл инде ирле-ҡатынлы икеһенә бер яҙмыш менән, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы, ҡайғыларҙы бергә бүлешеп йәшәй.

Гөлдәр Рәис ҡыҙының һөнәренә килгәндә, ул- бәхетле. Бәләкәйҙән балалар яратҡан, кескәйҙәрҙе хәстәрләргә тырышҡан, шуға ла башланғыс синыфтар факультетына уҡырға ингән. Белгеслеге буйынса оҙаҡ эшләмәгән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы белемен алған. Төрлө йылдарҙа Батыр, Мәләүез районының Һәйет базаһы, Һәйет мәктәптәрендә балаларға белем биргән. Әле ул “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы мөдире вазифаһында ла.

Йәш сағында уҡ әңгәмәләшсем телевизорҙан шиғыр уҡыған дикторҙарға көнләшеп ҡараған. Бәләкәс ҡыҙ шул турала ла хыялланған, әммә фәндәргә тартыу көсө нығыраҡ булған. Был тармаҡта үҙен һынап ҡарай алмауына Гөлдәр Ниғмәтуллина бер ҙә үкенмәй. Үҙе әйтеүенсә, уның был хыялы ла бойомға ашҡан. “Үҙеңә ышаныс менән төбәлгән күҙҙәр алдында дәрес алып барыуы бик яуаплы эш. Балалар өсөн дәрес ауыр йөк һымаҡ булмаһын өсөн ысын артист булырға кәрәк. Аныҡ, матур һөйләп, уҡыусыларҙы илһамландыра белеү зарур”,- ти ул балалар менән эшләү практикаһын анализлап.

Гөлдәр Рәис ҡыҙынан башҡа ауылда бер сара ла уҙмай. Ул бына тигән алып барыусы, “Хазина” фольклор ансамблендә ҡатнашыусы. Күп кенә сараларға сценарийҙар яҙа, балаларҙы әҙерләй. Юҡҡа ғына уны ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайламағандар. Ниндәй проблема менән мөрәжәғәт итмәһендәр, ул һәр саҡ ярҙам итә, конкурстар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр уны илһамландыра ғына, яңы эштәргә этәрә.

Билдәле филолог Дмитрий Лихачевтың шундай һүҙҙәре бар: “Әгәр үҙең өсөн, үҙеңдең ваҡ мәшәҡәттәрең өсөн генә йәшәйһең икән, тормошта эҙең ҡалмаясаҡ, әгәр башҡалар өсөн йәшәһәң, улар һинең хеҙмәтеңде бер ҡасан да онотмаясаҡ”. Был һүҙҙәр мәҡәләм геройына тап килә.


Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Фото Ниғмәтуллиндарҙың ғаилә

альбомынан.
Читайте нас: