-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Шәфҡәтлелек һәм һөнәрмәнлек - медицина хеҙмәткәрҙәренең төп сифаттары

Балалар ауырығанда йыш ҡына табиптарға кәңәш менән мөрәжәғәт итмәҫкә тырышабыҙ. Үҙебеҙ күҙәтеүсе позицияһын алып, ауырыуҙың нисек үҫешеүен, симптомдарын күҙәтәбеҙ һәм баланы дауалай башлайбыҙ- дарыу бирәбеҙ һ.б. Бала ауырығансы үҙебеҙ ауырһаҡ ине, тибеҙ. Медицина белемебеҙ булмаһа ла, үҙ аллы дауалайбыҙ, әммә бының хәүефле булыуын онотабыҙ. Һөҙөмтәләре ҡурҡыныс булырға мөмкин. Иртәме, һуңмы, барыбер район дауаханаһына ярҙам һорап барабыҙ. Тәүҙә үк барһаҡ, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән?

Бәхеткә ҡаршы, дауаханабыҙ поликлиникаһында үҙ эшен яҡшы белгән педиатрҙар эшләй. Кәрәгендә улар балаларҙы балалар бүлегенә дауаланыуға йүнәлтә. Унда һөнәрҙәренә тоғро, тәжрибәле медицина персоналы эшләй. Һүҙем табип-педиатр Е.Ю. Палаева, шәфҡәт туташтары С.А. Дашкина, Н.А. Силяева, Н.П. Коровникова, Л.Н. Юдина, йыйыштырыусылар Р.Ғ. Абдулова менән З.Б. Зөбәйерова хаҡында.

Уларҙың төп бурысы- кескәй пациенттарға ҡарата түҙемле, аңлаусы, шәфҡәтле булыу. Тәү сиратта улар табип ҡушҡанды үтәргә, ауырыуҙарҙы дауаларға, дауаланыуға килгәндәрҙе ҡабул итергә тейеш. Беҙ уларға иң ҡәҙерлебеҙҙе- балаларыбыҙҙың сәләмәтлеген ышанып тапшырабыҙ. Бала айырыуса иғтибар талап итә. Балалар бүлеге хеҙмәткәрҙәренең бурыстарын намыҫлы башҡарыуын билдәләп үтегә кәрәк. Яуаплы, иғтибарлы, һөйкөмлө улар, балалар менән эшләргә яраталар, уларҙың һауығыуына ҡыуаналар.

Бында төрлө бала дауалана, һәр кем айырым ҡараш талап итә. Араларында әсәләре ҡалдырып киткән, бөтөнләй ҡайғыртылмағандары ла бар. Изгелекле шәфҡәт туташтары уларҙы хәстәрләй, санитария-гигиена ярҙамы күрһәтә.
Читайте нас: