+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йөрәктәр бер булып типкәндә

Районыбыҙҙа тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, бер-береһенә булған йылы хистәрен оҙаҡ йылдарға һаҡлап ҡалып, ихтирамда, һөйөүҙә, тоғролоҡта йәшәгән ғаиләләләрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Башҡаларға өлгө булып йәшәүсе өлкән быуын кешеләре хаҡында күп яҙабыҙ. Бөгөн дә һүҙем шундай кешеләр тураһында.

Нурғәли Фәррәх улы менән Азия Абдулла ҡыҙы Ҡорбанғәлиевтар Балыҡлы ауылында ғүмер итә. Улар йәш саҡта кис ултырыуҙар модала булған. Шундай кистең береһендә Нурғәли үҙенең Азияһын осратҡан да инде. 1956 йылда улар яҙмыштарын бергә бәйләгән. Әле лә, үткәндәре хаҡында иҫкә алғанда, әңгәмәләшселәремдең күҙҙәре йылылыҡҡа, ниндәйҙер оло хискә тулып яна. Әйтерһең дә, 60 йыл ғүмер үтмәгән дә. Ике йыл элек улар нәҡ Бриллиант туйҙарын билдәләгән.

Ғаилә тормоштары башҡаларҙыҡы һымаҡ уҡ, гел бәхетле минуттарҙан ғына тормаған. “Һауыт-һаба шылтырамай тормай, гел йылмайышып ҡына йәшәп булмайҙыр ул. Әммә һуңынан дуҫлаша, ғәйептәрҙе төҙәтә, үпкәләрҙе онота белергә кәрәк”,- тип һөйләй Нурғәли ағай менән Азия апай. Уртаҡ тел тапмайынса ғүмер итеү мөмкин түгеллеген улар яҡшы аңлаған.

Бөгөн улар дүрт балаларының һөйөүенә, наҙына, хәстәрлегенә төрөнөп ғүмер итә. Улдары Илдус- Стәрлетамаҡ районы Рощинск ауылында, ҡыҙҙары Мәүжиҙә- Федоровкала, ҡыҙҙары Асия Күмертауҙа ғаиләләре менән йәшәй. Кинйәләре Илгиз үҙҙәре эргәһендә Балыҡлы ауылында төпләнгән. Үҙҙәре лә ҙур, татыу ғаиләлә үҫкәнгә, туғандарының таянысын тойоп йәшәгәнгәлер, балалары ла ун балаға ғүмер биргәндәр. Ейәндәре олатай-өләсәйҙәренә 18 бүлә бүләк иткән.

Ҡорбанғәлиевтарҙың балалары атай-әсәй йортона йыш ҡайта. Атай-әсәләре балалары менән ғорурлана, тормошта үҙ урындарын табыуҙарына ҡыуана.

Сөнки үҙҙәре лә тырыш, өлгө булырҙай ғүмер юлы үткәндәр. Нурғәли ағай армиянан ҡайтҡас та ауыл ерендә бик тә кәрәкле һөнәр- балта оҫтаһы булып киткән. Балыҡлылағы, яҡындағы ауылдарҙағы күперҙәрҙең күбеһен оҫта ҡуллы Ҡорбанғәлиев һалған. Күпмелер ваҡыт ул сусҡа фермаһы мөдире булып эшләгән. Йәштәр үҙҙәренә йорт һалғанда ғаилә башлығының оҫталығы бик ярап ҡалған.

Азия апай ғүмере буйы иренең ышаныслы терәге, тоғро тормош иптәше булған. Ябай булмаған исемле ҡатын (ул тамырҙары менән Урта Азиянан) колхоз эштәренән ситтә ҡалмаған, сөгөлдөр ҙә, иген культуралары ла утаған, йөн йыйған, тирмәндә эшләгән, һауынсы булған. Йорт мәшәҡәттәрен дә еңел башҡарған. Хужабикә- ҡул эштәре, аш-һыу оҫтаһы. Уның бәйләгән шәлдәре районда әле булһа иң матурҙары. Мал-тыуар аҫрамай башлағас, ирле-ҡатынлы биш-ете умарта тотҡан. Һуңғы йылдарҙа ғына ул шөғөлдәрен ташлағандар. Тиҙҙән Нурғәли Фәррәх улына- 85, йәйен Азия Абдулла ҡыҙына 80 йәш тула. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар йор һүҙлеләр, бер-береһенә мәрәкәләп өндәшәләр, йөрәктәрендә йылы хистәрен әле булһа һаҡлап ҡала алғандар.

Минеңсә, Ҡорбанғәлиевтарҙың ғаилә нигеҙенең ныҡлығы- тоғролоҡта, ышаныслы булыуҙа, мәрәкәләп һөйләшеүҙә. Беҙгә, йәштәргә ундайҙарҙан өлгө алырға кәрәк.


Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Фәнис АҠСУРИН

фотоһы.
Читайте нас: