+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Тормоштары ыңғай бара

Һәр кем бәхетте үҙенсә аңлай. Берәүҙәр уны матди байлыҡ менән бәйләһә, икенселәр өсөн ул рухи камиллыҡ, өсөнсөләр өсөн тегеһе лә, быныһы ла мөһим. Булат менән Мөссәлимә Әлимғужиндар өсөн ул бер-береһенә, балаларына ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәттән, йылы хистәрҙән ғибарәт.

Яҙмыш- әйтеп аңлатырлыҡ нимә түгел, шуға ла ул ҡыҙыҡлылыр, моғайын. Бәләбәйҙә төҙөлөштә аҡса эшләп йөрөгән Һәйет ауылы егете медицина училищеһы студенты менән осраша. Һөйкөмлө, етди, ябай ҡыҙ Булаттың йөрәгендә урын ала. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр, йәштәр ауылдарынан ситтә- Мөссәлимә Асҡын районы Солтанай ауылында тыуған- ныҡлы ғаилә ҡороу өсөн осраша.

30 йыл ғүмер итеү дәүерендә шатлыҡлы, аяныслы мәлдәре лә булған. Улдарының һәм ҡыҙҙарының тыуыуын улар иң бәхетле миҙгелдәре тип һанай. Балаларының намыҫлы булып үҫеүен, үҙ көстәре менән бәхеткә ирешеүен күреү ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам иткән. Булат Ғәйнетдин улы ферма мөдире, механизатор, агроном, иҫәпсе- бригадир булып эшләгән, бер нисә йыл элек сәләмәтлеге ҡаҡшаған, әле ул инвалидлыҡта.

Әлимғужиндарҙың балалары ата-әсәләренә көн дә шылтыратып тора, өйҙәренә йыш ҡайтып йөрөйҙәр. Мәшәҡәттәре араһында атай-әсәйҙәренә ваҡыт табалар, шунан да изгерәк нимә юҡ бит. Зәбир менән Зөлфәт полиция хеҙмәткәрҙәре, Әлфинур БДУ Стәрлетамаҡ филиалының физика- математика факультетында белем ала.

Мөссәлимә Сәлим ҡыҙы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе тәмле аштары менән һыйлай. Элек заправкала, һатыусы булып эшләгән, һуңғы 14 йылда тәмле аштар әҙерләй, дүрт йыл Юрматы совхозында эшләгән.

Ирле-ҡатынлы үҙ торлаҡтарын булдырғансы, Ғәйнетдин Алтын улы һәм Рәмзиә Миннеғол ҡыҙы менән бер түбә аҫтында татыу ғүмер кисергән. Булат Ғайнан улының әсәһе иҫән-һау, ноябрҙә уға 80 йәш тула. Балаларының хеҙмәт яратып үҫеүе унан киләлер, ошо йәшендә лә ул мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай.

Әлимғужиндарҙың ярҙамсыл хужалыҡтары бар. Тиҫтәләгән һыйыр малы, йәйен ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар.

Әлимғужиндарҙың ғаиләһе, мөнәсәбәттәренең ныҡлығы нимәлә? Был һорауға Булат Ғәйнетдин улы менән Мөссәлимә Сәлим ҡыҙы: “Иң мөһиме- бер-береңде аңлау теләге, юл ҡуйыу, яныңдағы кешенең принциптарын ихтирам итеү. Бөтәһен дә бергәләшеп эшләргә кәрәк, ир-үҙенә, ҡатын үҙенә тартһа, бер нимә лә килеп сыҡмаясаҡ”,- тип яуаплай.

Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: