-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тәбиғәт ҡосағындағы бер йортта...

Бәләкәй ауылдарҙың яҙмышы йәштәргә бәйле. Ул йәшәһен өсөн уларҙың ауылда ҡалыу, ғаилә ҡороу теләге булырға тейеш.

Ванюшиндарҙың ғаиләһе Иҫке Николаевка ауылында йәшәй. Улар алты йыл элек ғаилә усағын ҡорған. Әлбиттә, был ябай ғаилә башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай, бер ниндәй батырлыҡ та эшләмәй. Уларҙың ғаилә ҡиммәттәре- мөхәббәттәре, балалары һәм хеҙмәт.

Ғаилә башлығы Андрей Иҫке Николаевка ауылында тыуып-үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң, армияла хеҙмәт иткән. Шунан Себергә аҡса эшләргә йөрөгән, бер нисә йыл Салауат төҙөлөш комбинатында эшләгән. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яғы уны үҙенә тартып торған.
Читайте нас: