+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғаилә усағығыҙ һүнмәһен, тормош гөлөгөҙ шиңмәһен

“Белемем булһа, мин президент булыр инем”, -тип мәрәкәләргә ярата атайым. Ас-яланғас бала сағы арҡаһында үҙенең Горький ҡалаһында бухгалтер- һалым хеҙмәткәре курстарын ғына тамамлай алыуы өсөн ғүмере буйы үкенде. Әммә һөнәренә ғүмере буйы тоғро ҡалған грамоталы белгес районда ихтирамлы кеше булды.

22 апрелдә Леонид Иванович Сайкинға, ҡәҙерле тормош иптәше, атайыбыҙға, олатайыбыҙға 85 йәш тула, был бит оло бер дәүер! Хоҙай Тәғәлә биргән оҙон ғүмер юлында ул күпте күргән, күпте кисергән, һәр кем дә быға сыҙай алмай. Барлыҡ һуғыш балалары һымаҡ уҡ, ул иртә атайһыҙ ҡалған. Олатайыбыҙ Иван Назарович Сайкин фронтта 1942 йылда һәләк булған, өләсәйебеҙ Мария Николаевна яңғыҙы биш баланы аяҡҡа баҫтырған, башҡаса кейәүгә сыҡмаған. Атайым әле булһа үләндән әүәләнгән йәшел бәлештәрҙе тыныс ҡына хәтерләй алмай, уларҙа он да йүнләп булмаған. Ул бик иртә колхоз эшенә егелгән, кистәрен сабата үргән, һуңынан уларҙы һатҡан.

Ялан аяҡлы бала сағы колхоздың гөрләп үҫкән алма баҡсалы, хозур тәбиғәтле Михайловка ауылында үткән. Белемгә ынтылышы шул тиклем көслө булған, үҫмер һалҡында, ас-яланғас, бер нисә километр алыҫта урынлашҡан Гоголевка мәктәбенә йөрөп уҡыған... Әле тыуған йортоноң урынын ҡый үләне баҫҡан, емеш ағастары ҡырҡылған, перспективаһыҙ ауылдың кешеләре бөтә донъя буйлап таралған...

Өлкән йәштәге алешкиндар “Магнитогорск” колхозының баш бухгалтерын йылы һүҙ менән иҫкә ала, яйы сыҡҡанда, минең аша уға сәләм әйтәләр, рәхмәттәрен еткерәләр. 30 йыл буйы Фёдоровка һөт заводында бергә эшләгән коллегалары ла уны онотмай.

Ғәҙел, баҫалҡы-ул ғүмере эсендә кешенең бер тиненә лә ҡул һуҙмаған, вазифаһынан файҙаланмаған, бөтә йыйған мөлкәтен намыҫлы хеҙмәт менән эшләп алған. Уны, отчеттарында өҫтәмә һандар яҙмаған өсөн, хатта райондың партия комитетына ла саҡырғандар, сөнки һөт буйынса планды үтәмәгән өсөн районды язаға тарттырыуҙары ла ихтимал булған. Атайыбыҙ беҙҙе- өс балаһын да намыҫлы йәшәргә, кешеләрҙе ихтирам итергә өйрәтеп тәрбиәләне.

Атайыбыҙ менән әсәйебеҙҙең бергә ғүмер итеүенә 60 йыл. Әсәйебеҙ Анна Степановна изге күңелле кеше, атайыбыҙ әйтмешләй, уның “тәүге һәм һуңғы мөхәббәте”. Әлбиттә, донъя булғас, төрлө хәлдәр була, әммә атай-әсәйебеҙ йортонда беҙҙе һәр саҡ аңланылар, ярҙам иттеләр һәм файҙалы кәңәштәр бирҙеләр.

Ғүмерҙәре буйы атай-әсәйебеҙ күп итеп мал-тыуар аҫраны, һуңғы йылдарҙа ҡош-ҡорт ҡына аҫрауға күстеләр. Атайыбыҙ әле күп ваҡытын өйҙә үткәрә, кешеләр янына әҙ сыға, әммә райондағы, донъялағы яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыныуын дауам итә. Күп уҡый, телевизорҙан төрлө тапшырыуҙарҙы яратып ҡарай. Ул- ҡыҙыҡлы әңгәмәләшсе, тел байлығына эйә, уның хәтирәләренән китап баҫтырырға мөмкин.

Ҡәҙерле юбилярыбыҙҙы ҡотлап, өй эсендә һәр саҡ бәхет һәм аңлашыусанлыҡ хөкөм һөрөүен, яҡындары һәм туғандары араһында тағы күп йылдар тигеҙлектә, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ. Рәхмәт һиңә, атай, төплө аҡылың, изгелегең өсөн. Беҙ һине өҙөлөп яратабыҙ!

Яҡшынан яманды айырып,

Өйрәттегеҙ тормошто аңларға.

Иң ауыр юлдар ҙа ҡыҫҡара,

Һеҙҙәй саф кәңәшсе булғанда.

Ихтирамыбыҙ ҙур шуның өсөн,

Һеҙҙән яҡын кеше юҡ беҙгә.

Балаларҙың игелеген күреп,

Йәшәгеҙ һеҙ , етегеҙ йөҙгә.

Ҡатыны, балалары, ейәндәре исеменән ҡыҙы-Галина Батманова.
Читайте нас: