Районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙарының сәләмәтлеге һағында Фёдоровка район үҙәк дауахана табиптары- акушер-гинекологтары Р.Т. Хәлитова, Л.Р. Шәүәлиева, акушеркалар С.А. Гришко менән Е.В. Пыресева тора. Улар һәр пациентҡа ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы. Уларға үҙ проблемалары менән ҡабул итеүгә төрлө йәштәге ауыл ҡатындары килә. Һәр ҡайһыһын яҡшылап ҡарайҙар, тыңлайҙар, кәрәк икән, хәленә инәләр, йылы һүҙ табалар. Ауырыуҙарҙың үтенестәрен яуапһыҙ ҡалдырмайҙар. Ҡайһы берҙә нәҡ улар ғаилә именлеге өсөн берҙән- бер файҙалы кәңәштәрен бирәләр.
Бала тыуғансы медиктар буласаҡ әсәне хәстәрләп, күҙәтеп тора. Планлы ҡабул итеү ойошторалар, файҙалы тәҡдимдәр бирәләр. Йәш ҡыҙҙарҙы психологик яҡтан әсә булыуға көйләйҙәр, әсә булыуҙың иң бәхетле нимә икәнлеген аңлаталар. Хәҙер әсәне бала табыу йортона оҙата баралар, йәғни әсә өсөн дә, бала өсөн дә яуаплылар.
Ошондай мөһим һәм изге эшкә хеҙмәт итеү ҙур йөрәкле кешеләргә генә хас һөнәр ул. Ә пациенттарҙың рәхмәте, уларҙың йылмайған йөҙҙәрен күреү- улар өсөн бүләктең иң олоһо.