+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Оябыҙҙан осһаҡ та, һеҙҙе уйлап йәшәйббеҙ

Атай-әсәйебеҙ Дмитрий менән Елизавета Барышниковтарҙың ышаныслы, ныҡлы ғаилә тормошо быйыл 1 майҙа 65 йыллығын байрам итә. Был татыу иткән ғүмер - Хоҙай рәхмәте, яҙмыштың баһалап бөткөһөҙ бүләге. Атайыбыҙҙың икеләтә байрамы- уға ошо көндәрҙә 90 йәш тулды.

Яҡындарыбыҙҙың тормошо еңел булмаған, яҙмыш һынауҙарын биреп кенә торған. Әммә атай-әсәйебеҙ әйтеүенсә, уларҙың хәтерендә тик сағыу миҙгелдәр генә һаҡлана, ә иңде-иңгә терәп, лайыҡлы үткәргән ауырлыҡтар, проблемалар артта ҡала килә.

Атайыбыҙ Дмитрий Андреевич татыу, яҡшы ғаиләлә тәрбиәләнгән. Өс йыл Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән. Тыуған ауылына ҡайтҡас, комбайнсы булып эшләй башлаған. Һуңыраҡ ҡайҙа ғына эшләһә лә, бәләкәйҙән эшләп үҫкән егет ҡайҙа ла тырышлыҡ күрһәткән. Йәшәү дәүерендә ул сусҡа фермаһы мөдире, бригадир, һаҡсы ла булған, һәр саҡта ла коллегалары хаҡында ихтирам менән һөйләй, таныштары ла уға шуның менән ҡайтара.

2005 йылда атайыма “Фёдоровканың почетлы кешеһе” тигән исем бирелде. Тыуған ауылы, районы өсөн күп көс һалғандарға дәүләт яғынан да берәй ярҙам булыуын теләр инек. Йорттарында табличка ҡуйһаң яҡшы булыр ине. Һуңғы өс йылда уларға бер табип та, шул иҫәптән участка табибының да килмәүен нисек аңлатырға...белмәйем.

Атайым да, әсәйем дә “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы” исеменә лайыҡтар, ветеран булып һаналалар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар бер льгота менән дә файҙаланмай.

Әсәйебеҙ Елизавета Николаевнаның бала сағын еңел тип әйтеп булмай. Атаһы вафат булғанда уға ете йәш кенә булған. Өс бала менән тол ҡалған 33 йәшлек әсәһенә ярҙам итер өсөн ул иртә эшкә тотонған. Тирмәндә иҙән һепергән, баҫыуҙа башаҡ йыйған. Шулар өсөн йә «рәхмәт” ишеткән, йә бер ус он биргәндәр. 17 йәшлек етеҙ ҡыҙ Пермь крайында торф әҙерләүҙә эшләгән, бысраҡ, һалҡын барактарҙа йәшәгәндәр, таҙа һыу булмаған, һаҙлыҡтан эскәндәр, дымлылыҡтан аяҡтары туңған. Ауыр шарттарҙан ҡасыусылар ҙа булған, ләкин әсәйем түҙгән, бер ҡасан да зарланмаған.

Тыуған ҡолхозда ла эшләүе еңел булмаған, барыһы ла эш көндәре иҫәбенә эшләгән, улар менән йыл аҙағында ғына иҫәпләшкәндәр- бер бот он биргәндәр. Ауырлыҡтарға ҡарамайынса, әсәйебеҙ 7 синыф тамамлаған, ул саҡта яҡшы белем булып һаналған. Әүҙем, сараларҙа даими ҡатнашыусы ул мордва, рус йырҙары йырлаған, балалар баҡсаһында ашнаҡсы блып эшләгән. Күптәр уны Фёдоровка почта бүлегенең намыҫлы, алсаҡ хат ташыусы булараҡ белә.

Ҡәҙерлеләребеҙ атайымдың ата-әсәһе менән байтаҡ йылдар бергә йәшәгән, бер ҡасан да тауыш-ыҙғыш булмаған, киреһенсә өлкәндәрҙең аҡыллы кәңәштәре йәштәрҙең ғаиләһен нығытҡан ғына. Барышниковтарҙың ғаиләһе эштән ҡурҡмаған, икешәр гектар сөгөлдөр алып эшләгән, килешеү буйынса сусҡалар үҫтергән. Үҙ баҡсалары ла булған, үтеп барыусылар: “Нисек Лиза барыһына ла өлгөрә?”- тиеп әйтә торған булғандар.

Атай-әсәйебеҙҙең байлығы, бәхете- балаларында, 14 ейәнендә һәм 15 бүләһендә. Яҡындарының хәстәрлеге, йылы мөнәсәбәттәре уларға артабан йәшәүгә көс бирә. Беҙ - балалары, атай-әсәйебеҙгә ҡыуаныстар ғына килтерергә тырышабыҙ. Тормошта һәр ҡайһыбыҙ үҙ юлын тапты, улар өлгөһөндә балаларыбыҙҙы изгелекле, маҡсатҡа ирешеүсән итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Михаил оҙаҡ йылдар Фёдоровкала йәшәй, ветеринария табибы булды. Надежда Алешкин ауылы “Гермес” ҡулланыуылар кооперативында-һатыусы, Григорий-Өфөлә, ул “БР Ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре». Ольга Фёдоровка 2-се мәктәбендә химия һәм биология уҡыта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғаныбыҙ Антонина арабыҙҙан китте, ҡалған балалары атай-әсәй йортонда йыш йыйылышабыҙ. Унда беҙгә һәр саҡ шаттар.

Ҡәҙерле атай-әсәйебеҙ! Беҙҙе яуаплы, хәстәрлекле кешеләр итеп үҫтереүегеҙ өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ, һеҙ беҙҙең терәгебеҙ, таянысыбыҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, йылылыҡ, аяҙ көндәр, күңел тыныслығы теләйбеҙ.

Һеҙҙе яратып- балаларығыҙ, килендәрегеҙ, кейәүҙәрегеҙ, ейән- бүләләрегеҙ.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: