-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Таң алдынан тыуған баланы ҡояш бәхеткә төрә

-Әсәйем миңә таң атҡанда тыуғаным өсөн тормошомдың матур булыуы хаҡында әйтә торғайны. Тиҙҙән 80 йәшем туласаҡ,- тип йылмайҙы беҙҙең менән танышҡанда Юлдаш ауылынан Сабит Әлибаев. Кеше үҙен нисә йәшкә тойһа, уға шул тиклем йәш, тигән әйтем бар. Ҡарап тороуға ул йәш күренә...

Сабит Кинйәбулат улы Юлдаш ауылында тыуып үҫкән. Үҫмер сағынан эшләй башлаған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙың ауырлығын үҙ иңендә тойған. Ауыл хужалығын тергеҙеү өсөн намыҫлы эшләргә кәрәк булған. Эшләгәндәр ҙә. Иген сәсеп-урғандар, бесән, утын әҙерләгәндәр, мал-тыуар ҡарағандар. Эшһөйәр, намыҫлы Сабит Әлибаев ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормаған. Ул саҡтағы “Урал”, “Новая жизнь”, “Большевик” колхоздарында үҙен тәжрибәле тракторсы һәм комбайнсы итеп күрһәткән. 24 йыл буйы киноселтәрҙә киномеханик булып, 12 йыл Фёдоровка әҙерләүҙәр контораһында эшләгән. 60 йылдан ашып киткән уның намыҫлы хеҙмәт стажы. Колхозсылар араһында ла, ауылдаштары араһында ла ҙур ихтирам ҡаҙанған, коллегалары ла, начальниктары ла уны ихтирам иткән. Уның күп төрлө Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары бар. Пенсияға сыҡҡас та ете йыл буйы фермер хужалығында эшләгән.

Сабит Кинйәбулат улы киномеханик булып эшләгән йылдарын һағынып иҫкә ала. Был эшен ул айырыуса яратҡан. Яҡшы эше һәм уңыштары өсөн тәүҙә - “Юпитер-3” Иж мотоциклы, 1980 йылда“Москвич” автомобиле менән бүләкләнгән. Уларҙы юҡҡа ғына бирмәгәндәр бит.

Кешенән тормошта юғары уңыштарға нисек ирештегеҙ тип һораһаң, ул: “Мин яңғыҙым ғына түгел инем”, -тип яуаплар, моғайын. Был шулай ҙа. Сабит бабайҙың эргәһендә һәр саҡ яратҡан ҡатыны Менәүәрә Иштуған ҡыҙы булған. Ул Оло Сытырман ауылынан. Бала Сытырман мәктәбендә 8 синыфты тамамлағандан һуң ул Салауат ҡалаһы тегеү фабрикаһында өс йыл эшләгән. Уларҙы дуҫтары таныштырған. Сабиттың ағайҙары ҡыҙ тураһында ишеткәс, Оло Сытырманға уны һората барғандар. Шунан һуң 51 йыл ғүмер үтеп тә киткән. Үткәндәрен һис үкенеп иҫкә алмайҙар.

Менәүәрә инәй күп йылдар колхозда сөгөлдөрсө булған, ырҙын табағында эшләгән, һарыҡ йөнөн киҫкән һәм балалар үҫтергән. Менәүәрә Иштуған ҡыҙы бөтә эшен дә еңел башҡарған. Ауыр эштән ҡурҡып тормаған, хеҙмәттә сыныҡҡан ғына.

Әлбиттә, шул тиклем ғүмер йәшәп, улар бер бөтөнгә әйләнгән. Әлибаевтарҙың тормош юлында гел генә ҡояш балҡып тормаған, юғалтыуҙар кисерергә лә тура килгән. 18 йәшлек кинйәләре Марат менән Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙы Земфираның ире Ирек фажиғәле һәләк булғандар. Ҡыҙҙарының үҙ ғаиләһе, улдары Күмертау ҡалаһындағы Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты. Бер-береһенә ярҙам итеп, аңлашып йәшәгәнгә улар яҙмыш һынауҙарын еңеп сыҡҡан. Әммә яҡындарын юғалтыу әсеһе әле булһа баҫылмай. Икенсе ҡыҙҙары Илфира ғаиләһе менән -Мәләүез ҡалаһында, өлкән улдары Рөстәм ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй.

Әлибаевтарҙың тормош юлына сәскәләр һибелмәһә лә, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, улар бер-береһенә йылы, ихтирамлы хистәрен, тоғролоҡто һаҡлап ҡала алған. Уларҙың ысын һөйөү өлгөһө быуындан- быуынға күсә килһен ине.

1 Майҙа балалары, ейәндәре, Әлибаевтарҙың туғандары Сабит Кинйәбулат улын сағыу юбилейы менән ҡотлау өсөн түңәрәк өҫтәл артына йыйыласаҡ. Атайҙарына нисә йәш булһа ла, ул һаман да дәртле-дарманлы, тормош яратыусан кеше булып ҡалыуына балалары шат. Уның тормош тәжрибәһенә, аҡыллы кәңәштәренә таянып йәшәй улар. Юбилярға сәләмәтлек, күңел тыныслығы, тормошоноң ҡыуаныстарға тулы булыуын теләйбеҙ.


Алһыу МАРАТОВА.

Гәрәй ХӘЛИТОВ фотоһы.
Читайте нас: