+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Китапханасы булыу - уның тәғәйенләнеше

Халыҡтар быуаттар буйына иң ҡиммәтле рухи хазина тип һанаған, башҡа быуындарға тапшырыу өсөн белемдәрен, тәжрибәһен яҙып барған йөҙләгән, меңләгән китаптар ҡайҙа һаҡлана? Әлбиттә, китапханаларҙа. 27 май –Дөйөм Рәсәй китапханалар көнө алдынан һүҙебеҙ Динес ауылы китапханасыһы, үз эшенә ысынында бирелгән Миңнур Әҙеһәмова тураһында бара.

Ул бала саҡтан уҡ татар һәм рус әҙәбиәте әҫәрҙәрен уҡырға яратҡан, айырыуса классикаға өҫтөнлөк биргән. Был һөйөүҙе унда уҡытыусыһы Әлфиә Кәшәп ҡыҙы Хамматова һәм атаһы тәрбиәләгән. Мөхәммәтфәйез Хәмит улы әле лә төрлө китаптар һәм журналдар уҡый, ҡыҙынан яңы сыҡҡан баҫмаларҙы алып ҡайтыуын һорап тора.

Шуға ла Миңнурҙың кесе йәштән үк китапханасы, йәиһә филолог булырға хыялланыуына ғәжәпләнәһе юҡ. 1981 йылда ҡыҙҙың хыялы бойомға аша- ул Өфө химия-ҡағыҙ техникумының китапхана эше курстары студенты булып китә.

1983 йылда район китапханаһының уңайлы уҡыу залына эшкә урынлашҡан, һәр кемгә теләгән китабын табып бирергә әҙер, төрлө ҡыҙыҡлы китаптар тәҡдим иткән ҡунаҡсыл хужабикә булып киткән. “Белемемде практикала ҡулланырға өйрәткән китапхананың элекке мөдире Юлия Порфирьевна Галышеваға рәхмәтем ҙур”, - ти әңгәмәләшсем Миңнур Мөхәммәтфәйез ҡыҙы.

Эшендә ғаиләһе ныҡлы терәге була. 1985 йылда синыфташы, тырыш егет Рауилға кейәүгә сыға. 1986 йылда Динес ауылына эшкә күсә. Тормош иптәше һәм ҡыҙҙары Ләйсән менән Римма бөгөн дә әсәйҙәренең ныҡлы терәге булып торалар. Икеһе лә тормошта, ә Әҙеһәмовтарҙың ейәнсәрҙәре уларҙың ҙур һөйөнөсө. Татыу ғаиләһе Миңнур апайҙың эшенә һәр саҡ аңлап ҡарай, сөнки эшендә тотҡарланырға ла тура килә. Клуб хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп саралар үткәрәләр, китаптарға байҡау яһайҙар, күргәҙмәләр ойошторалар. Шулай уҡ ул тамашаларҙа әүҙем ҡатнаша, байрамдарҙы матур итеп алып бара һәм ролдәрҙе оҫта уйнай.

Мин дә ауылыбыҙҙың китапханасыһына, ҡасандыр үҙе һымаҡ уҡ, көнләшеп ҡарай торғайным. “Көндәр буйы кәштәләрҙәге ҡыҙыҡлы китаптарҙы уҡый, иң тәүҙә яңылыҡтарҙы ул белә. Яңы донъя күргән китап еҫе үҙенә тартып тора”, - тип уйланым мин. Әммә, күпселек китапханаларҙағы һымаҡ, проблемалар ҙа бар икән. Был- бинаның йылытылмауы. Миңнур апай һымаҡ эшеңде шәхси теләктәреңдән өҫтөн ҡуйған кеше булмаһаң, бындай шарттарҙа эшләүе ауыр булыр ине.

Хәҙерге китапхана - китап-журналдар һаҡлау урыны ғына түгел, бында тормош “ҡайнай”. Һәр китапханасы заман менән бергә атларға, яңы технологияларҙан файҙалана белергә тейеш. Өс йыл элек Миңнур апайға компьютер биргәндәр, ҡыҙы Римма ярҙамында уны тиҙ арала үҙләштергән, хәҙер эшләүе лә ҡыҙыҡлыраҡ - Интернеттан эш өсөн төрлө мәғлүмәтте табып була.

Коммуникабелле, грамоталы, әҙәпле был ҡатын олоһо менән дә, кесеһе менән дә уртаҡ тел таба. Килеүселәргә уңайлылыҡ тыуҙырыу, уларҙы китап уҡыуға, фантазия һәм хыялдар донъяһына йәлеп итеү бурысын уңышлы башҡара.

Хеҙмәттәштәренә Китапханалар көнө алдынан Миңнур апай иҫәнлек, рәхмәтле уҡыусыларының күберәк булыуын, ҡыҙыҡлы асыштар, файҙалы белемдәр, тормоштарының ваҡиғаларға бай булыуын теләне. Ә уның үҙенә һөнәри байрамдары һәм яҡынлашып килгән 55 йәше уңайынан артабан да эшенә ижади, яратып ҡарауын, һәр саҡ күтәренке кәйефтә булыуын теләйбеҙ.

Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: