+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Аҡса эшләү өсөн әмәлен тапҡандар

Ҡадировтарҙың татыу йәш ғаиләһендә бер кем дә эштән ҡурҡмай. Хатта беренсе синыфта уҡыусы Тимур ҙа бик теләп әсәһенә һәм атаһына ярҙамлаша: күркәләрҙе, ҡаҙҙарҙы ҡараша, түтәлдәргә һыу һибә, кесе туғандары Асҡар менән Сафинаны ҡарай.

Альбина Марат ҡыҙы һәм Айнар Рафаил улы Юрковка ауылында ҙур булмаған уңайлы йортта йәшәй. Ғаилә башлығы “Гип Электро” йәмғиәтендә электр монтёры булып эшләй, ә хужабикә кескәйҙәр менән декрет ялында. Игеҙәктәргә йәш тә ете ай ғына тулған.

Бер эш хаҡына һәм балаларҙың пособиеһына беҙҙең ваҡытта йәшәү мөмкин түгел. Шуға ла ир менән ҡатын ихаталарында йорт ҡоштарын үҫтерергә, ғаиләләренең бюджетын шулай итеп яҡшыртырға булған.

-Башлыса, был иремдең идеяһы ине, - тине Альбина Марат ҡыҙы, уның менән йорттары ихатаһында осрашҡас. – Элегерәк ит һатыу өсөн үгеҙҙәр аҫрай инек, тик һуңынан ҡош-ҡорт үрсетеүҙе файҙалыраҡ тип күрҙек. Үгеҙҙе ике-өс йыл үҫтерергә кәрәк, ә күркә бер нисә ай эсендә 25 килограмға тиклем етергә мөмкин. Тәмле диетик итте баҙарҙа бик теләп һатып алалар. Уны һатыуҙан һәйбәт килем алып була.

Тәүге йылда 100 ҡаҙ һәм үҫтереп ҡарарға тип 15 күркә алғандар. Ҡаҙҙарҙы ҡарау ауыр түгел, ә бына күркәләр нәзберегерәк. Башта уларҙы Айнур Рафаил улы үҙе ҡараған. Интернетта үҫтереү һәм ашатыу буйынса тәҡдимдәр тапҡан. Ҡоштар бер аҙ үҫкәс, уларҙы улы менән ҡатыны ҡарай башлаған.

Быйыл Ҡадировтарҙың ихатаһында ҡоштар һаны ярайһы артҡан. Альбина һүҙҙәренә ҡарағанда, әле уларҙа 40 күркә, 300 баш ҡаҙ бар.

Ҡошсолоҡтан тыш, йәш ғаилә картуф, кәбеҫтә, кишер, редис һәм башҡа йәшелсә үҫтерә. Улар артабан да хужалыҡтарын киңәйтергә ниәтләйҙәр. Өҫтәлең үҙең үҫтергән һый менән тулы булыуы ҡыуаныслы бит, был ғаилә бюджеты өсөн дә бик ҙур ярҙам.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: