+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Изге күңелле кешенең ҡулдары йылы

Ҡаршыма алсаҡ, мөләйем ҡатын-ҡыҙ сыҡты һәм өйгә инергә саҡырҙы. Көн елле ине, тик әңгәмә йылы килеп сыҡты. Хужабикә сәй эсергә тәҡдим итте. Кешеләр тураһында хәстәрлек күреү уның ҡанында, сөнки ул – социаль хеҙмәткәр.

“Хәстәрлекле йөрәк” Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге социаль хеҙмәткәре, Әтәс ауылынан ҡунаҡсыл, ярҙамсыл ҡатын Гөлсәсәк Биктимер ҡыҙы Рәхмәтуллина ла ошо еңел булмаған эш менән шөғөлләнә. Уға ҡараһаң, бөтәһенә лә ярҙам итергә теләй, кеүек.

Г.Б. Рәхмәтуллина элегерәк “Алан” кооперативында бухгалтер булып эшләүен һөйләне. Ваҡыт үтеү менән колхоз таралған, әхирәте үҙенең декрет ялы ваҡытында уға социаль хеҙмәткәр булып эшкә сығырға тәҡдим иткән. Оҡшаған, шуға ла эшләргә ҡалған. Социаль өлкәлә инде һигеҙ йыл эшләй. Эш көнө нормалаштырылмаған. Инәйҙәргә кәрәк булһа, килә. Аҙнаһына ике-өс тапҡыр өлкән йәштәге кешегә барырға кәрәк. Ҡағиҙә буйынса, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып ала, өй йыйыштыра, бер инәйгә ҡойонан һыу ташый. Ғәҙәттә улар ауылдағы яңылыҡтарҙы һораша. Бөтәһе тураһында ла һөйләшеп өлгөрәләр, серҙәре менән уртаҡлашалар, сирҙәренә зарланалар.

Инәйҙәр менән проблемалар юҡ, улар Гөлсәсәк Биктимер ҡыҙының килеүен көтөп торалар. “Социаль хеҙмәткәр булыу өсөн тыныс, иғтибарлы, изге күңелле булырға кәрәк”, - тип һанай әңгәмәләшсем. Төп эшенән тыш, ул ырғаҡ менән бәйләргә ярата, сәскәләр, ихатаһында баҡса еләге үҫтерә. Тормош иптәше менән ҙур хужалыҡ тоталар: ҡаҙ, тауыҡтар, быҙауҙар, башмаҡ, һыйырҙар аҫрайҙар. Социаль хеҙмәткәр көнө алдынан Гөлсәсәк Биктимер ҡыҙы бөтәһенә лә сәләмәтлек, түҙемлелек, юғары эш хаҡы, тормош һөйөүсән булыуҙарын, эш бәхете, ә инәйҙәргә - оҙон ғүмер һәм бәхет теләне.

Оксана БУРКИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: