+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ул әле лә яныбыҙҙа һымаҡ…

Иртәгә ҡәҙерле коллегабыҙ, хөрмәтле остазыбыҙ Храмова (Сәлишева) Нәсимә Нуриман ҡыҙына 70 йәш тулыр ине. Ине… Ошо үткән заманда әйтелгән бәләкәй генә һүҙ күңелдәрҙе өтә. 5 октябрҙә уның фани донъянан китеүенә биш йыл тула инде. Тик ул әле лә беҙҙең янда, ҡайҙалыр сыҡҡан ғына кеүек.

Иртәгә ҡәҙерле коллегабыҙ, хөрмәтле остазыбыҙ Храмова (Сәлишева) Нәсимә Нуриман ҡыҙына 70 йәш тулыр ине. Ине… Ошо үткән заманда әйтелгән бәләкәй генә һүҙ күңелдәрҙе өтә. 5 октябрҙә уның фани донъянан китеүенә биш йыл тула инде. Тик ул әле лә беҙҙең янда, ҡайҙалыр сыҡҡан ғына кеүек.

1967 йылда “Еңеүгә” гәзите редакцияһында район баҫмаһын татар теленә тәржемә итеп баҫтырыу планлаштырыла, белгестәр һайлау башлана. Нәсимә Нуриман ҡыҙын корректор ярҙамсыһы итеп эшкә ҡабул итәләр. Бер йылдан һуң тырыш, эшһөйәр, дәрт-дарманлы, грамоталы Нәсимәне тәржемәсе итеп тәғәйенләйҙәр. Бурыстарын коллегабыҙ һәр ваҡыт намыҫлы башҡарҙы. Уртаҡ тел таба белеүе, яҡшы хәтерле, оптимист булыуы уға һәр саҡ ярҙам итте. Ул- әүҙем хеҙмәткәр, 15 йыл дауамында профком рәйесе булды. Суд, милиция, прокуратура ултырыштарының эшендә ярҙам итте (сығыштарҙы, һорау алғанда хөкөм ителгәндәрҙең яуаптарын тәржемә итте һ.б.).

Татар гәзитендә 29 йыл эшләгәндән һуң, 1997 йылдың ғинуарында башҡорт гәзитендә тәржемәсе булып эшләй башланы. Был бүлектә ул 11 йыл эшләп, 40 йыллыҡ стаж менән хаҡлы ялға китте. Хәҙер инде беҙ- уның уҡыусылары, эшен дауам итәбеҙ.

Нәсимә Нуриман ҡыҙы беҙҙе тәржемә серҙәренә өйрәтте, бер нисә быуын йәш коллегаларын тәрбиәләне. Аҡылы, белемле, яҡшы хәтерле булыуы өсөн беҙ уны шаяртып ҡына “аяҡлы энциклопедия” тип йөрөтә торғайныҡ.

Башҡаларға “йән өрөүсе”, кәйефен күтәреүсе хеҙмәткәрҙәр була. Ул нәҡ шундайҙарҙан ине. Һәр саҡ шат күңелле, оптимист булыуы, комуникабеллелеге менән айырылып торҙо, кешеләрҙе, уларҙың яҙмышын, район тарихын яҡшы белә ине. Уның менән эшләүе еңел дә, рәхәт тә ине. Беҙ уны юҡһынабыҙ. Йыш ҡына кәңәштәрен, мөләйем йылмайыуын, тормоштағы ғәҙелһеҙлеккә тәнҡитсел ҡарашын иҫкә алабыҙ.

Нәсимә Нуриман ҡыҙы сағыу ғүмер кисерҙе- ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе, уларға белем алыуҙа ярҙам итте, кейәүгә бирҙе. Ейәндәрен күреү бәхетен дә кисерҙе.

Нәсимә Нуриман ҡыҙын белеүселәрҙең беҙҙең менән бергә изге доғалар ҡылып иҫкә алыуҙарын теләр инек. Беҙгә ғүмерлеккә үрнәк булған хөрмәтле коллегабыҙҙың йәне йәннәттә булһын.


“Ашҡаҙар таңдары” гәзите редакцияһы коллективы.

Фото редакция архивынан.
Читайте нас: