+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйле йорт үҙенә тарта

Ер йөҙөндә әсәйҙән дә яҡын, әсәйҙән дә рәхимле, мөхәббәтле, әсәйҙән дә оло йәнле зат юҡтыр. Донъяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паҡлығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән иман биреүсе- Әсә.

Иң яратҡан, иң ҡәҙерле кешебеҙ- әсәйебеҙ, Динес ауылында йәшәүсе Хәбибуллина Фәриҙә Ғабдрахман ҡыҙына 80 йәш тула. Йәмле йәйгә тағы бер йәм өҫтәп яҡты донъяға килгәнһең, әсәй. Йәйҙәр һиңә матурлыҡ та өҫтәгән, шуға ла һин яғымлы. Донъяға килеп тәүге ауазыңды һалғас та һандуғастар һайрап ебәргән, ҡарлуғастар күккә ашҡан, парһыҙ ҡоштар пар тапҡан, болоттар таралып, күк йөҙө зәңгәр төҫкә ингән. Ә һин, әсәйебеҙ, иң изге, иң бөйөк, иң һөйкөмлө кеше булып үҫкәнһең. Ҡыҙ булып еткәс, иң баһадир, иң батыр, изге күңелле, ихтирамлы булған егетте- атайыбыҙҙы үҙеңә йәр иткәнһең. Шундай матур парҙан беҙ донъяға килгәнбеҙ. Алма ағасынан йыраҡ төшмәгәндәй, беҙгә лә үҙегеҙҙәге матур сифаттарҙы биргәнһегеҙ.

Әсәй- беҙҙең берҙән- бер, иң ҡәҙерле кешебеҙ. Әсәй менән атай беҙҙе үҫтергән, аяҡҡа баҫтырған, борсолған, күпме ҡыуаныстар, бәхет кисергән. Әсәйебеҙ көн дә күңел йылылығын биреүсе, киләсәккә өмөт, ныҡлылыҡ, таяныс өлгөһө. Әсәй- бөтә туғандарҙы, балаларын, кейәү- килендәрен, ейәндәрен ҙур түңәрәк өҫтәл артына туплаусы. Беҙ ауырып киткәндә ул күкрәгенә ҡыҫып, “Йән емешем, балам” тип ысын күңелдән борсолғандыр. Һинән башҡа беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине.

Инде үҫеп, үҙ тормошобоҙҙо ҡорғас та, тыуған өйөбөҙ һаман үҙенә тарта, сөнки унда һин бар! Ҡыуанып ҡаршы алаһың, борсолоп оҙатып ҡалаһың. Киттеләр инде, тип бойоғаһың. Ҡайҙарҙа ғына йөрөһәк тә, ҡайҙа ғына булһаҡ та, күңелебеҙ гел һинең янда.

Донъяның саф һауаһын һулап, ризыҡтарын татып, гүзәллеген күреп, үҙ аяҡтарыңда, балаларың, туғандарың менән бергә ғүмер кисереүең һине ифрат ҙур бәхетле итә. 80 йыл эсендә Хоҙай биргән ғүмереңдә күпме ауырлыҡтар күргәнһең, ғазаптар кисергәнһең, һынмағанһың, һығылмағанһың, береһенән-береһе сибәр балалар, ынйы бөртөгөләй ейәндәр үҫтергәнһең.

Бала сағыбыҙҙа беҙ ағартҡан сәстәрең, битеңдәге йыйырсыҡтарың, йөрәк борсоуҙарың өсөн кисер инде беҙҙе.

Ҡәҙерле әсәйебеҙ! Беҙ һине тыуған көнөң менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Көндәрең шатлыҡта үтһен. Ғүмер юлың оҙон булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә һаман шулай беҙгә терәк булып йәшә. Беҙгә күрһәткән изгелектәреңде уйлап та, һанап та бөтөрөрлөк түгел. Төплө кәңәштәрең, йылы һүҙең, нурлы йөҙөң өсөн рәхмәт һиңә, әсәй! Аллаһының мең рәхмәте яуһын. Оҙон ғүмер, тән сихәте, һаулыҡ, күңелеңдең йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә беҙгә- балаларыңа, ейәндәреңә йәшәү сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ!

Быйыл әсәйебеҙҙең юбилейы- 80 йәше,

Ул беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, изге кеше.

Тәрбиәле, тыйнаҡ, уңған, булғанына шөкөр итә,

Күпте өмөт итмәй, сабыр ғына тормош көтә.

Бала саҡтан әсәйебеҙ күпте күргән, күп кисергән,

Атай менән тормош ҡороп, өс бала һөйөп үҫтергән.

Ҡәйнәһенән хөрмәт итеп килен вазифаһын үткән,

Ҡурҡытмаған әсәйебеҙҙе ауылдағы ауыр хеҙмәт.

Ғүмер атың армайынса йөҙгә тиклем торһон үрҙә,

Һин булғанда ауыл да бар, тыуған йортобоҙ ҙа имен.

Яңылышмамын, һин ул, әсәй, беҙҙең терәгебеҙ, тиһәм,

Ә беҙ һиңә оҙаҡ йылдар Әсәй, тип һөйөп өндәшәйек,

Балаларың, ейәндәрең менән бергә гөрләп йәшәйек!

Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Мәҙинә, Зөлфиә, кейәүҙәрең Муса, Тәлғәт, улың Малик, киленең Рәүиә, ейәндәрең.
Читайте нас: