+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өҫтәлендә - мордва билмәне

Урын кешене түгел, ә кеше урынды биҙәй. Был әйтем борондан килә, әммә унан да төплөрәк итеп әйтеп тә булмай. Любовь Сайкина йөрәгенә оҡшаған эште тапҡан, шуға ла бәләкәстәргә аш-һыу әҙерләүҙән ҙур ҡәнәғәтлек кисерә.

Аш-һыу әҙерләү оҫтаһының тәмле ризыҡтары арҡаһында кескәйҙәрҙең аппетиты шәп. 1998 йылдан бирле эшләй ул был балалар учреждениеһында.

Һөнәр алыу ғына түгел, үҙ эшеңә күңелеңде һалып эшләй белергә лә кәрәк бит. Шулай, ашнаҡсы Любовь Ивановна Салауат кулинария колледжын тамамлаған, технология карталарын тулытырыуы ла уға ауырлыҡ килтермәй.

-Балаларҙы туҡлыҡлы ашатыу-төп бурысым. Элегерәк күпселектә һыйыр малы итенән әҙерләй торғайным, әле тауыҡ итенән бешерәм, балалар рәхәтләнеп ашай,- ти ашнаҡсы.

Бөхтә, яуаплы ҡатын эшенән һуң өйөнә ашыға, сөнки хужалыҡтағы бихисап мәшәҡәтте лә башҡарырға кәрәк. Сусҡалар, тауыҡтар, себештәр күп ваҡыт һәм көс талап итә. Әммә Любовь Ивановна зарланмай, сөнки эргәһендә ныҡлы терәге, ире Иван Николаевич, әсәһе Мария Ивановна, балалары, йәшәү шатлығы- ейәндәре бар.

Ҡатын телеңде йоторлоҡ итеп ашарға бешерә, мордва билмәндәрен айырыуса оҫта әҙерләй. Эшенең сере- күтәренке кәйефтә булыу, уның фекеренсә, ашнаҡсының энергетикаһы туранан-тура аштың тәменә бәйле. Еңел булмаған, яуаплы һөнәре уға ауырлыҡ килтермәй, сөнки көнөнә ул кескәйҙәрҙән әллә нисә тапҡыр рәхмәт һүҙе ишетә.

Әммә ашнаҡсының ҡәнәғәт булмаған нимәһе лә бар. Ауылда балалар баҡсаһы була тороп, кешеләр балаларын район үҙәгенә йөрөтә икән, шуны аңламай. Шарттар ҙа насар түгел, коллектив яҡшы, таныш. Был һәр кемдең шәхси эше, әлбиттә...

Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: