-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сикһеҙ мөхәббәт һәм тоғролоҡ

Һирәктәр генә бер-береһенең ҡәҙерен белеп, ышанысын аҡлап, ғаилә йылыһын һаҡлап, икенсе яртыһына таяныс булып йәшәргә һәләтлелер ул. Бәләкәй генә ғаилә усағы тулы бер ғаләмде һыйҙыра, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Бала Сытырман ауылынан Әминевтарҙың иркен йортонда балалар ҙа, ололар ҙа бик бәхетле тормош кисерә.

Азат Вахит улы менән Гөлматур Наил ҡыҙы яҙмыштарын 25 йыл элек бәйләгән, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә булырға вәғәҙә бирешкән. Улар 1993 йылдың 6 февралендә өйләнешкән. Шунан бирле хистәре һүрелмәгән, һүнмәгән, йылдан- йыл бер-береһенә һөйөүҙәре арта ғына. Тормоштоң бөтә мәлдәрен дә бергәләшеп кисерәләр.

Шул арала улар өс улдарына ғүмер бүләк иткән. Беренсеһе- Дамир армиянан ҡайтып, Күмертау ҡалаһында йәшәй һәм эшләп йөрөй. Икенсеһе Венер 1996 йылда донъяға ауаз һалып, ата-әсәһен ҡыуандырған. Әле ул Воронеж ҡалаһында армия сафында хеҙмәттә. Кинйәләре 13 йәшлек Алмаз мәктәптә уҡый, дәрестәрҙән өйҙәренә ашыға, атай-әсәһенә ярҙам итә. Тик яҡшы билдәләргә генә уҡыған үҫмер мал менән булышырға ярата. Әминевтар ихата тултырып һыйыр малдары, быҙауҙар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, барыһын да ваҡытында ашатырға, ҡарарға кәрәк. Алмаз шул эштәрҙе үҙе башҡарып, ата-әсәһенә шатлыҡ килтерә.

Өйҙә тәртип булғанда, балалар тик ҡыуандырып ҡына торғанда, һөнәри эштә лә тыныс эшләп, уңыштарға ирешергә була. Ғәҙел, маҡсатсан Азат ағай төрлө ваҡытта “Пугачев” совхозында, шунан “Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығы”нда, “Гавриловка” йәмғиәтендә бухгалтер булып эшләгән. 2015 йылдан “Азат” йәмғиәте директоры бурыстарын уңышлы башҡара. Гөлматур Наил ҡыҙы ла хеҙмәт юлын ауыл советында бухгалтер булып башлаған, әле мәктәп ашханаһында балаларҙы тәмле аш-һыу менән һыйлай. Өйҙөң матурлығы, бөхтәлеге ҡатын-ҡыҙҙан тора. Өй эсен бәйләнгән әйберҙәр, сәскәләр биҙәй.

Халыҡта: “Ғаилә- мейес һымаҡ, һалҡында уның тирәләй йыйылалар”, тигән әйтем бар. Нимә генә булмаһын, ата-әсәйҙәре уларҙы ярҙамынан ҡалдырмаясағын улдары яҡшы белә. Үҙ сиратында, улар атай-әсәһенең өлкән быуын кешеләренә мөнәсәбәтен күреп, үҙҙәренә лә шундай ихтирам күрһәтәләр.

Күптән түгел Азат Вахит улы тыуған көн байрамын билдәләгән, өҫтәл артында уға яҡындары иҫәнлек, күңел йылылығы, яҡындары араһында оҙон ғүмер кисереүен теләгән.

Бәхет өсөн кешегә нимә кәрәк? Әминевтарҙың яуабы башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмай, әммә ышаныслы, үҙ тәжрибәләренән сығып әйтелә: изгелек, яҡындарыңа ҡарата һөйөү, үҙ-үҙеңде аямау һәм ышаныслы булыу зарур. Тормошҡа бындай ҡараштары менән улар киләсәктәге бөтә ғаилә байрамдарын да лайыҡлы үткәрерҙәр, тигән ышаныста ҡалам.

Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Фото Әминевтарҙың ғаилә альбомынан.
Читайте нас: