-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Парлы булып йәшәү- үҙе бәхет

Ауыр саҡта һәр кем ата-әсәһенең ҡанаты аҫтына һыйына... Һәр кем өсөн ауыр минуттарҙа ярҙам ҡулы һуҙған яҡындарынан, ғаиләһенән дә ҡәҙерлерәк кешеләре юҡтыр. Батыр ауылынан Аҡсуриндар өсөн дә ғаиләләре- ышаныслы терәк, йылытыусы усаҡ булып тора.

Рәсим Рауил улы менән Эльвира Миҙхәт ҡыҙының иркен, уңайлы йорто айырыуса байрам көндәрендә, дүрт балалары ла бергә йыйылғанда шатлыҡ-ҡыуаныстарға күмелә. Тиҙҙән шундай мәл етәсәк- июль аҙағында өлкән ҡыҙҙары Әлфиә ҡайтасаҡ, әлегә атаһы-әсәһе эргәһендә ҡыҙҙары Азалия, Әминә һәм тиктормаҫ улдары Элдар бар.

Аҡсуриндар ғаиләләрен 1991 йылда, Эльвира Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Батыр мәктәбенә эшкә килгәс, ҡорған. Шулай, Күгәрсен районы ҡыҙы бәхетен Фёдоровка ерендә тапҡан.

Үткәндәргә әйләнеп ҡараһаң, ваҡиғаларға тулы күпме йылдар үткән. 28 йыл инде ҡатын балаларға белем бирә, ә ире-белгеслеге буйынса агроном өлкән ағаһы менән үҙҙәренең фермер хужалығында көс һала. Эшһөйәр ғаилә умарта аҫрай, баҡса үҫтерә, һыйыр малдары тота. Яңы һауған һөттән дә файҙалыраҡ нимә бар һуң, ә иттең артығын һатып ғаилә аҡсалата файҙа ала.

Ҙур хужалыҡта нисек эшләп өлгөрәләр һуң? Ата-әсәләренә бөтә эштәрендә лә балалары әүҙем ярҙам итә. Өлкәндәре өйҙә һирәк була. Әммә ата-әсәләре быға аңлап ҡарай, ҡыҙҙарының маҡсатсанлығы арҡаһында алыҫ Ҡытайҙа перспективалы эшкә урынлашҡандар. Шуға ла фотоны бергә булғанда- Яңы йыл байрамында төшкәнде ҡуйырға булдыҡ. Әминә менән Элдар һәр саҡ ата-әсәһе янында, ҡыҙҙары быйыл 7 синыфҡа бара, ул тик яҡшы билдәләре менән генә ҡыуандыра, улдары түҙемһеҙләнеп көҙҙө көтә, сөнки ул 1 синыфҡа барасаҡ. Төрлө конкурстарҙа еңеүсе, әүҙем һәм ҡыҙыҡһыныусан улдарының мәктәптә лә уңышлы уҡырына ныҡлы ышаналар.

“Балаларыбыҙға биргән һөйөүебеҙ үҙебеҙгә йөҙләтә ҡайта. Күп балалы булыу- ҙур бәхет, үҙебеҙ ҙә күп балалы ғаиләләрҙә үҫтек”,- тиҙәр Рәсим менән Эльвира Аҡсуриндар.

Улар бер ҡасан да ситкә сығып китергә уйламаған. “Батырҙа ҡалабыҙ”,- тигәндәр ата-әсәләренең һорауына һәм быға бер ҙә үкенмәгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рауил Фәйзулла улы менән Шәкирә Сәғит ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күскән инде, әммә иҫән саҡтарында улы менән килененә, ейәндәренә ғаилә традицияларын аңлатып өлгөргән. Улар ололарға ҡарата ихтирамлы, ислам диненең ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белә, өлкәндәргә ҡарап оло ҡыҙҙары ла дини йолаларға ихтирамлы ҡарашта.

Кешеләрҙән бәхет нимәлә, тип һораһаң, яуаптары- бер, ул-балаларҙа, нәҫелде дауам итеүҙә, тиҙәр. Аҡсуриндар бында өлгө булып тора, уларға артабан да бер-береһен аңлап, татыулыҡта һәм гармонияла, ата-әсә булыу бәхетенән шатлыҡ кисереп йәшәүҙәрен теләйем.


Лилиә КАНТИМЕРОВА.


Фото Аҡсуриндарҙың ғаилә альбомынан.
Читайте нас: