Ғаилә усағы йылыһы һәр кем өсөн иң мөһим, ҡәҙерле нимә. Нәҡ ғаилә йәмғиәттең төп нигеҙе булып тора ла инде. Оло Сытырман ауылынан ирле-ҡатынлы Гөлбәҙиән менән Усман Иҫәнғоловтар 24 йыл элек ҡауышып, ғаилә ҡорған, шунан бирле бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап, татыу ғүмер итәләр.
Уларҙың көндәре хеҙмәттә һәм мәшәҡәттәрҙә үтә. Ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, хеҙмәттәштәре араһында үҙҙәре тураһында тик ыңғай ғына тәьҫораттар ҡалдыралар. “Пугачев” совхозының һигеҙенсе бүлексәһендә һауынсы булып эшләгән йылдарында Гөлгөнә Йәһүҙә ҡыҙы (туғандары, ауылдаштары уны шулай Гөлбәҙиән түгел, ә Гөлгөнә тип йөрөтә) һәр саҡ һауым буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән, алдынғылыҡты бирмәгән. Район ярыштарында беренсе урындарҙы ғына яулаған, шулай уҡ бер нисә тапҡыр республика ярыштарында ҡатнашып, тәүге ун еңеүсе иҫәбенә ингән. Магазинда һатыусы булып бер нисә йыл эшләгәндән һуң, почтаға урынлашҡан. 2011 йылдан бирле гәзит-журналдар, хаттар ғына таратып ҡалмай, халыҡтан түләүҙәр ҡабул итә, айырыуса пенсионерҙар уны түҙемһеҙлек менән көтөп ала, аралашырға ла, берәй ниндәй үтенес белдерергә тип тә. Почтальон ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған, бурыстарын намыҫлы башҡара, эшенә яуплы ҡарашта. Был хаҡта ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығына район гәзитенә яҙылыу һөҙөмтәләре лә һөйләй. Уның участкаһы буйынса (Оло Сытырман) “Ашҡаҙар таңдары” гәзитенә 33 кеше яҙылған, Бала Сытырман почта бүлексәһе буйынса, олосытырмандарҙан тыш, йәнә 33 ғаилә район гәзитен алдырып уҡый. Бик әҙ. Был бит бер нисә ауылдың күрһәткесе!
Усман Миниязар улы хаҡында быйыл баҫмабыҙҙың дүртенсе һанында яҙғайныҡ инде. Ул- тәжрибәле мезанизатор. Хеҙмәт юлын ошонда уҡ- “Пугачев” совхозында башлап ебәргән. Хужалыҡ бөтөрөлгәндән һуң Мәләүез районы Ергән МТС-ында бер нисә йыл эшләгән. 2011 йылдан ул “Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығы” йәмғиәтенең ышаныслы, намыҫлы хеҙмәткәре. 2012 һәм 2017 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса, хеҙмәт бурыстарын намыҫлы башҡарғаны өсөн һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип танылған. Ул баҫалҡы, эшһөйәр ғаилә башлығы. “Минең өсөн- ышаныслы терәк, балаларыбыҙғаа өлгөлө атай”,- ти уның хаҡында ҡатыны.
2010 йылда яҡшы бизнес-план төҙөгән Иҫәнғоловтарға район хакимиәте шәхси- ярҙамсыл хужалыҡтарын үҫтереүгә грант бүлгән. Был аҡсаға ғаилә биш һыйыр һатып алған һәм хужалыҡтарын әле булһа алып баралар. Был ҙур хеҙмәт талап иткән бәләкәй ферма һымаҡ инде. Көндәлек мәшәҡәттәре, бөтә ауыл халҡыныҡы һымаҡ уҡ, таң атыу менән башлана. Шулай булмай ни, иртүк малдарын ҡарайһылары бар бит, һыйырҙарҙан тыш һарыҡтары, ҡош-ҡорттары байтаҡ, һөттө эшкәртергә, эшкә киткәнсе йорт мәшәҡәттәрен бөтөрөргә кәрәк.
-Ярҙамы өсөн район хакимиәтенә рәхмәтлебеҙ. Был беҙгә бик ҙур таяныс булды. Эшләп тапҡан аҡсаға балаларға белем алыуҙа булышлыҡ иттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл һыйыр аҫрау килемле түгел, һөткә хаҡтар икеләтә тиерлек төштө,- тип аптыраша хужалар.
... Бер ниндәй матди байлыҡтар ҙа, яратҡан мауығыуҙар ҙа, тоғро дуҫтар ҙа балаларҙы, ейәндәрҙе алмаштыра алмай. Уларҙан башҡа Иҫәнғоловтарҙың тормошо тулы булмаҫ та ине. Улдары Алмаздың үҙ ғаиләһе, балалары бар. Улар Стәрлетамаҡта йәшәй. Альбина себерҙә эшләй, Айһылыуҙары Мәләүез ҡалаһының 9-сы гимназияһын алтын миҙалға тамамлап, Өфө Дәүләт авиация-техник университетына уҡырға ингән. Хәҙер инде ул был юғары уҡыу йорто магистратураһы студенты, үҙе эшләп тә йөрөй. Гөлгөнә Йәһүҙә ҡыҙы менән Усман Миниязар улы үҙҙәренең өлгөһө менән балаларында иң яҡшы кешелек сифаттарын тәрбиәләгән.
Иҫәнғоловтар- изгелекле, алсаҡ, ауылдаштарына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләр. Уларҙың ҡунаҡсыллығына иҫең китерлек! Туғандары уларға ҡунаҡҡа ҡайтырға ярата. Бынан тыш, Гөлгөнә Йәһүҙә ҡыҙы көн дә яңғыҙ йәшәгән атаһына барып, бешергән тәмлекәстәре менән һыйлап, өйөндәге эштәрҙә ярҙам итеп ҡайта. Аш-һыу әҙерләргә, бәйләм, сигеү менән ултырырға ла ярата уңған хужабикә. Бына шулай, ата-бабаларының өгөт-нәсихәттәренә тоғро булып, ғаилә йолаларын дауам итеп үткәрә мәшәҡәт тулы көндәрен был күркәм ғаилә. Киләсәктә лә тормош юлдарында уларға тоғро мөхәббәттәре, бер-береһенә булған ихтирамлы мөнәсәбәттәре юлдаш булһын. Йортҡа йәм биреп ултырған баяғы миләштәре тағы ла оҙаҡ йылдар һәр яҙ һайын аҡ сәскәләр атһын, ә көҙөн алһыу емештәре менән ҡыуандырһын. Халыҡта бит был ағасты ғаилә бәхетен һаҡлаусы тип тә йөрөтәләр. Тормош дилбәгәһен ныҡ тотҡан Иҫәнғоловтарҙың артабан да бәхетле һәм өлгөлө пар булыш йәшәүҙәренә шик юҡ.