+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Ҡыҙҙар атайҙарын бик ярата!”

Был бер ҡараштан күҙгә ташлана. Айырыуса кескәй Илдана атаһының ҡулынан төшмәй, уның оҙаҡҡа китеүенә бер ҙә күнегә алмай. Ике йәшлек Әйшә генә, барыһын да аңлап еткермәһә лә, атаһының юлға йыйыныу етдилеге унда ла һиҙелә.

Үрге Яуыш ауылында йәшәүсе күп балалы ғаилә башлығы Радмир Хәлитов юлға йыйына. Ул һөнәре буйынса газ, электр менән иретеп йәбештереүсе, вахта ысулы менән Себерҙә эшләй.

Ҡатыны Лилиә менән дүрт бала үҫтерәләр. Өй эсе буласаҡ кәләштәргә тулы- өлкәндәре ун йәшлек Элина өсөнсө синыфҡа күскән, яҡшы уҡый. Әсәһенең дә, атаһының да төп ярҙамсыһы ул. Унан ҡала Рәлинә, көйһөҙләнергә лә, ҡайһы саҡта өлкәндәрҙең йомошон да ишетмәҫкә мөмкин, был осраҡта апаһы уға ярҙамға килә. Бәләкәй ҡыҙҙары Рәлинә, Илдана, Әйшә әсәйҙәре Лилиә Закир ҡыҙы менән балалар баҡсаһына йөрөй. Әсәйҙәре ярты йыл элек кенә унда ашнаҡсы булып эшкә урынлашҡан. Тәүге штукатур-маляр белгеслеге буйынса уға эшләргә тура килмәгән. Ә уҙған ҡыш ашнаҡсы талап ителеүен белгәс, икенсе белгеслек алған. Ул Мәләүезгә уҡырға йөрөгәндә өйөн, балаларын ире ҡарап торған. Бер-береһе менән уртаҡ тел тапҡан ҡәйнәһе лә һәр саҡ ярҙам итеп тора. Ул эргәләрендә генә йәшәй. Балалар өләсәйҙәренән ҡайтмай ҙа.

Лилиә Балыҡлы ауылында тыуған, Радмир менән йәштән дуҫлашып йөрөгәндәр, ул был ауылға туғандарына ҡунаҡҡа килә торған булған. Мәктәп мөхәббәте яйлап ныҡлы ғаилә берлегенә әүерелгән. Икеһенең дә күҙҙәре бәхетле йылмая. Радмир Мансур улынан: “Малайлы булғығыҙ ҙа киләлер инде”, - тип һорайым. “Малай тип уйлағаным да, юҡ, мин ҡыҙҙарым менән бәхетле”,- тип яуап бирҙе ул.

Киң күңелле, ҙур ғаиләле булыу уларҙың ҡанында. Икеһе лә шундай ғаиләләрҙә үҫкән, үҙе апаһы менән генә үҫкәс, балаларының туғандары күберәк булыуын теләгән. Әсәйҙәре Гөлнур Мөнир ҡыҙы ире менән (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул гүр эйәһе) ике бала үҫтергәндәр һәм өҫтәүенә ике баланы тәрбиәгә алғандар. Был батырлыҡ түгелме ни!?

Йәш ғаилә башлығы Радмир ҙа ҙур ғаилә өсөн яуаплы булыуҙан ҡурҡмай. Салауатта ла эшләгән, әле инде ғаиләһе менән оҙаҡҡа айырылышып торорға мәжбүр.”Бында яҡшы эш тапһам, ғаиләмде ҡалдырып йөрөмәҫ инем”,- ти ул. Ысын ир-егет ул, тырыш. Күпселек “себерҙәр” һымаҡ “ял итергә” яратмай. Ҙур йорт һатып алғандар, һыу үткәргәндәр, эсендә уңайлылыҡ булдырғандар, ҙур төкәтмә эшләгәндәр. Ҡатын бөтә ерҙә сәскәләр үҫтерә. Уңайлы, матур өйгә цементлап һалынған юл алып бара. Баҡсала кәрәкәле бөтә нимә лә үҫә. Пландарында- аҙбар төҙөү. Әлегә малдары әсәйҙәренең ихатаһында, бер- береһенә ярҙам итеп, татыу йәшәйҙәр.

Лилиәнең бөхтә, тырыш хужабикә булыуы әллә ҡайҙан күренеп тора. Беҙ көмтәгәндә килдек, бөтә ерҙә бөхтәлек, таҙалыҡ, иренең юл әйберҙәре әҙерләнеп ҡуйылған, балаларҙың уйынсыҡтары ла аунап ятмай.

Был ғаилә менән танышыуыбыҙға шатбыҙ, йорт хужаһына хәйерле юл теләйбеҙ, оҙайлы айырылышыуҙарҙан һуң шатлыҡлы осрашыуҙар көтөп торһон.


Гөлрайхан БАҠЫЕВА.

Алһыу САБЛИНА

фотоһы.
Читайте нас: