+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Күңеле матур кешеләрҙең донъяһы күркәм

Гөл-сәскәләр, еләк-емеш, йәшелсә, ҡош-ҡорт үҫтереү өсөн, ысынлап та, матур күңелле, асыҡ йөҙлө, тырыш кеше булырға кәрәк. Өсбүләк ауылында ғүмер кисереүсе элекке күршем Миңнур апай Ҡадирова кеүек. Ауылдаштарым уны бик оҫта баҡса үҫтереүсе булараҡ белә. Миңнур Сәлих ҡыҙының егәрлелеген күреп, ике йылдан 80 йәшен тултыра тип һис кенә лә әйтмәҫһең. Үҙенең шәплеге, етеҙлеге, эшһөйәрлеге, тынғыһыҙлығы менән йәш килендәрҙе лә уҙҙыра әле ул.

Уларҙың йорт ҡапҡаһынан инеү менән гөл-баҡсаға эләккәндәй хис итәһең үҙеңде. Бында ниндәй генә сәскәләр ултыртылмаған. “Мин гөл-сәскә яратам, улар миңә һөйөнөс, шатлыҡ бирә, күңелемә дәрт өҫтәй. Сәскәләр кеше һымаҡ, хәлеңде аңлап, кәйефеңде һиҙеп торалар”,- ти баҡса хужабикәһе.

-Әйҙә, эскәрәк үтәйек,- тип үҙе артынан эйәртте мине күрше апай. Бындағы хозурлыҡты күрһәгеҙсе! Рәт-рәт булып теҙелгән сейә ағастарының емештәренән күҙ алғыһыҙ. Ҡыҙыл, аҡ, ҡара ҡарағаттар тәлгәш-тәлгәш булып һәленеп ултыра. Ҡурай еләгенең ниндәй төрө генә юҡ бында! Һарыһынан да ауыҙ итергә була, хатта. Беҙ күберәк урмандан йыйып өйрәнгән ҡара бөрлөгән дә үҫә.

Арыраҡ атлаһаң, кишер, сөгөлдөр, һуған, ҡыяр түтәлдәренең йәйрәп ятҡаны күҙгә ташлана. Картуф менән ҡабаҡты әйтәһе лә юҡ! Кәбеҫтәһе 70-ләп төп булһа, помидоры тағы ла күберәк-100-ҙән ашыу.

Миңнур апай баҡса эштәренән тыш, ҡошсолоҡ менән дә шөғөлләнә. Әле бына мин барған көндә өйрәк бәпкәләре, бройлерҙар, тауыҡ себештәре эргәһенә тағы утыҙлап ҡаҙ бәпкәһе алып ҡайтҡайны. Бергә һанаһаң, 100-гә тулалыр, моғайын.

-Баҡса эшенә, лә, ҡош-ҡорт аҫрауға ла ваҡытығыҙҙы нисек еткерәһегеҙ, тип һорайым Миңнур апайҙан.- Бик иртә уянам. Элек фермала эшләгәндә өйөбөҙ эргәһендә ҡарлуғас ояһы бар ине. Ул ҡоштар йәйен сәғәт дүрт тулғансы уяна. Уларҙың сырҡылдашҡан тауышына мин дә торам. Был ҡарлуғастар хәҙер юҡ инде, тик, шулай ҙа, әле булһа һәр иртә ҡолағыма ошо яратҡан ҡошсоҡтарымдың тауышы ишетелгән һымаҡ, уян, тип әйтәләр кеүек.

Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, шундай ҙур баҡсаны (50 сутый), һәр саҡ иғтибар талап итеүсе йорт ҡоштарын үҫтереү өсөн эргәңдә бер ярҙамсы булыуы мотлаҡ. Тормош иптәше, тиҙҙән 80 йәшен тултырыусы Хәмит ағай уға һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Берәй нимә йүнәтеү, йә булмаһа ағас эше булһынмы, балта оҫтаһы булған күрше ағайыбыҙ тиҙ арала Миңнур апайыбыҙ ҡушҡанды еренә еткереп эшләп тә ҡуя. Күршеләренә лә ярҙам итеүҙән баш тартмай. Көрәк-сапҡышын һаплап, бысағын да үткерләп бирә.

Был ғаилә пары- ғүмерҙәре буйы колхоз эшендә тырышып хеҙмәт һалған кешеләр. Хәмит ағай- малсы, Миңнур апай 35 йыл буйы алдынғы күрһәткестәргә ирешкән һауынсы булды. Дәүләтебеҙ фиҙаҡәр хеҙмәтен күреп, күп тапҡыр Маҡтау грамоталары һәм, хатта, Германияға юллама менән дә бүләкләне үҙен.

Ҡәйнәһе Сәлимә инәй менән дә 40 йыл әсәле-ҡыҙлы кеүек татыу ғүмер иттеләр. Ҡәйнәһен һуңғы өс йылында мунсаға күтәреп тиерлек алып барып, йыуындырып ҡайта ине. Сирле кешене ҡарау еңел түгел, күпме түҙемлек, көс, сыҙамлыҡ талап ителә. Шулай ҙа һығылманы, һыҡранманы, үҙ әсәһеләй күреп, һуңғы көнөнәсә хәстәрләп ҡараны.

Алма ағасынан йыраҡ төшмәй тигәндәй, ҡыҙ-улдары ла үҙҙәренә оҡшап, тырыштар. Һәр ҡайһыһы ҙур, иркен, йорт һалып инде. Әлеге көндә һәр береһе атай-әсәйҙәре һымаҡ, ҙур баҡса үҫтереп, мул уңыш ала, тырышып донъя көтә.

Миңнур апай беҙгә һәр саҡ өлгө булды, тип әйткем килә. Атайыбыҙҙың беҙгә бала саҡта: “Ана, Миңнур апайығыҙ сәғәт дүрттән тороп, фермала 40 баш һыйыр һауып, өйөндәге биш һыйырын көтөүгә оҙатып, биш быҙауын тау битенә илтеп ҡайтты, ә һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙ, оят түгелме”,- тип уятыуы әле булһа хәтерҙә. Күрше апайыбыҙҙың 15-әр литрлы силәктәрен тотоп иртәле-кисле юл аша сығыуы, шишмәнән көйәнтә- көйәнтә һыу ташыуҙары бөгөнгөләй күҙ алдымда. Эйе, уның һымаҡ тырыш, егәрле, күңеле матур кешенең донъяһы ла күркәм, түңәрәк була. Яҡын- тирәләгеләренә лә дәрт өҫтәй, изгелек өләшә ундайҙар.

Зилә ФӘЙЗУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: