-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һоҡланырлыҡ тормош юлы

Был ҡатындың тормош юлы һоҡланырлыҡ. Бөгөн Рәшиҙә Ғабдрахман ҡыҙы Сәйфуллинаның сағыу юбилейы - 80 йәше.

Уның ғүмере бай эстәлекле, моңло йыр һымаҡ. Әммә уны еңел, хәсрәтһеҙ тип әйтеп булмай, иңенә төшкән һынауҙар ҙа бихисап. Ул быны ниндәйҙер ауырлыҡ, уңышһыҙлыҡ тип тоймаған, ябай, еңеп сығырға кәрәкле юлдар тип ҡабул иткән.

Тормошо тыуғандан алып һынауҙарҙы еңеү була, сөнки ул “һуғыш балаһы”. Рәшиҙә инәй Динес ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы фронттан ҡайтмаған, әсәһе Саҙиҡа инәй береһенән-береһе бәләкәй биш бала менән яңғыҙ ҡалған. Әлбиттә, аслыҡ, колхоздағы ауыр эш, өҫтә йүнле кейем юҡ, аяҡта сабата. Әммә эшһөйәр, берҙәм, яуаплы һәм түҙемле, ә иң мөһиме изгелекле булып үҫкәндәр.

Һөйкөмлө, тырыш, үткер ҡыҙ үҙе һымаҡ эшһөйәр, изгелекле, алсаҡ йөҙлө Ҡораласыҡ егете Тәлғәт Сәйфуллинға кейәүгә сыҡҡан. 50 йыл тиерлек татыу, бәхетле ғүмер кисергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 2010 йылда, матур юбилейҙарына саҡ ҡына етмәйенсә, донъя ҡуйған.

Татыу ғаиләлә өс бала тыуған. Улдарына һәм ҡыҙҙарына белем биргәндәр, намыҫлы кешеләр итеп тәрбиәләгәндәр. Хәҙер инде Рәшиҙә инәй ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләләренә ҡыуанып йәшәй. Улы Рәис Ермолаевкала инженер булып эшләй, ике балалы. Кесе ҡыҙы Ләйләнең дә ҡыҙы һәм улы бар, Күмертау ҡалаһында йәшәй, уңышлы бизнесмен. Ҡыҙы Сәлисә Фёдоровкала йәшәй, ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Тормош иптәше Зөфәр Иманғолов менән үҙҙәренең стоматология клиникаһы бар. “Беҙ оло мөхәббәт һәм ихтирам мөхитендә үҫтек, атай-әсәйебеҙҙең бер-береһенә мөнәсәбәте ғаилә идеалы булды”,- ти Сәлисә Тәлғәт ҡыҙы.

Рәшиҙә Ғабдрахман ҡыҙының тырыш хужабикә, ҡатын, килен булыуы айырым поэма. Килен булып төшкән бәләкәй генә йортта ҡайны-ҡәйнәһе, ҡайныһының атаһы Шакир бабай, иренең апаһы менән балаһы ла йәшәгән була. Басир бабай менән Нәфисә инәй тәрбиәле, ихтирамлы кешеләр, мәрәкә менән, аҡыллы итеп тормош көтәләр, төрлө тормош шарттарында ла матур итеп, өлгө булып йәшәйҙәр. Йәш килен Рәшиҙә лә, күрше йортта ғына йәшәгән улдары Ғәлинур менән оло килендәре Хәмиҙә һымаҡ үҙҙәренә тап килә. Ике бер туғандың ғаиләһе татыу итеп ғүмер итә башлай, хатта ике арала оҙаҡ йылдар ҡойма ла булмай, сөнки килендәштәр уртаҡ тел табып йәшәй.

Тәлғәт менән Рәшиҙәнән, төп йорт булараҡ, ҡунаҡ өҙөлмәй. Аптырарлыҡ- һый-хөрмәт, өйҙә урын, хәстәрлек һәр кемгә лә еткән. Ул ғына ла түгел, райондың башҡа ауылдарынан Ҡораласыҡ мәктәбенә уҡырға килгән туғандары ла шунда үҙенә урын тапҡан. “Рәшиҙә еңгәнең тырышлығын, бөхтәлеген оноторлоҡ түгел. Мин ғүмерем буйы уға, уның ғаиләһенә киң күңелле булыуҙары өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен”, ти Роза Хәмит ҡыҙы Бохариева.

Ул саҡта бөтә халыҡ колхозда эшләй, гектарлап сөгөлдөр эшкәртә, Рәшиҙә инәй ҙә ырҙын табағында ла, башҡа производство участкаларында, күпмелер ваҡыт һауынсы ла булып эшләгән, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ.

Әле туғандарынан 93 йәшлек Хәфизә апаһы ғына иҫән, уның менән телефон аша аралашып торалар. Ә Ҡораласыҡта йәшәгән ҡайын һеңлеһе Фәриҙә апай менән ике әхирәт һымаҡ, татыу йәшәйҙәр, айырым сәй ҙә эсмәйҙәр.

Бөгөн Рәшиҙә инәй балаларының, ейәндәренең хәстәрлегенә, һөйөүенә сорналып ғүмер итә. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигән әйтемдәге кеүек.

Ғүмере изгелектә үткән апайҙы тағы күп йылдар бәхет-шатлыҡтар, һау-сәләмәт матур тормош көтһөн ине ғәзиздәре эргәһендә.


Гөлрайхан БАҠЫЕВА.
Читайте нас: